Электрон янсыҡ көндән-көн киңерәк ҡулланыла

Электрон янсыҡ көндән-көн киңерәк ҡулланыла 10.11.2014

Тик бына эш биреүсенең хеҙмәткәр өсөн банкты үҙе һайлауы ғына иректе бер аҙ сикләй ине. Ниһайәт, ил башлығы хеҙмәт хаҡы буйынса ҡоллоҡтан азат итте. Хәҙер халыҡ аҡса күсергә тейеш банкты үҙе һайлау хоҡуғына эйә.

Раушания Байегетова эш хаҡы алған һайын банкомат эҙләп ярты ҡаланы урап сығырға мәжбүр. Сөнки ул эшләгән ойошманы хеҙмәтләндергән финанс ойошманың банкоматтары бар урында ла юҡ. Шуға күрә  лә Раушания яңылыҡты  ҙур ҡыуаныс менән ҡабул иткән.  Хәҙер үҙем өсөн уңайлы банкка күсәсәкмен, ти ул.
Яңы закон  берҙән банкоматы яҡында булған  банкты һайлау мөмкинлеген асһа, икенсенән хәҙер  ҡулланыусы  кредиты булған  финанс ойошмаға  күсә ала. Ул  ваҡытта  үҙеңде ай һайын ҡайҙалыр барып иҫәпләшеүҙән азат итеп, бурысыңды  интернет аша ғына күсерергә мөмкин.  Иҡтисадсы Наил Мырҙагилдин фекеренсә, яңы ҡанундың банктар өсөн уңайлығы ла бар, улар өсөн кредит хәүефе кәмей. Йәғни, банктар үҙҙәре хеҙмәтләндергән клиентҡа үтескә аҡса биргәндә уның иҫәбендәге килемен тулыһынса күреп тора.    
Банк хеҙмәткәрҙәре  яңы закон  хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуға этәрәсәк, тигән фекерҙә. Сөнки клиенттар базаһын арттырыу өсөн көрәш башлана. Был эре финанс ойошмаларға ла, ваҡтарына ла берҙәй  мөмкинлектәр аса.  Уңайлыҡтарҙы арттырғанда  ҡулланыусыларҙы юғалтыу хаҡында уйланмаҫҡа мөмкин, ти банкирҙар.
Ә бына эш биреүселәр йәки бухгалтерия өсөн  яңы закондың ыңғай яҡтары бөтөнләй юҡ тип әйтергә мөмкин.  Уларға мәшәҡәттәр генә өҫтәлә, ҡырҡ тапҡыр документ тултырырырға, финанс ойошмаларына оҙатырға кәрәк. Икенсенән, эш биреүсе бонустан ҡолаҡ ҡаға,  банктар предприятиены күмәртәләп хеҙмәтләндергәндә генә ташлама яһай.  
Яңы закон хеҙмәт хаҡын тотонмай  картала һаҡлаусы клиенттар өсөн генә уңайһыҙ, уларғаикенсе банкка күсеү өсөн аҡсаһын алырға тура киләсәк. Ә  башҡалар инде  йәне теләгәнде һайлай ала.
Закон үҙ көсөнә инде, хәҙер ай һайын хеҙмәт хаҡын яңы банктан алырға мөмкин, бары тик биш көн алдан хәбәр итеп өлгөрөргә генә кәрәк,  бухгалтерҙарҙың түҙемлеге генә етһен.
Ил етәксеһе ҡул ҡуйған яңы законды белгестәр хеҙмәт хаҡы буйынса ҡоллоҡтан ҡотолоу тип атап өлгөрҙө лә инде. Ябай ҡулланыусылар өсөн ҡануни документтың ыңғай яҡтары күп. Хәҙер эш хаҡын   өй янында банкоматы урынлашҡан, түбән проценттар менән кредит биргән йәки  интернет түләүҙәр системаһы камиллашҡан банктан алырға мөмкин. Алырлыҡ аҡсаң ғына булһын.  
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку