«Эдем» туристик агентлығынан зыян күреүселәр икенсе йыл суд тупһаһын тапай

«Эдем» туристик агентлығынан зыян күреүселәр икенсе йыл суд тупһаһын тапай 06.04.2017

2015 йылдың авгусында Благовещен ҡалаһында урынлашҡан был фирманың ишеге ябыла, алдан бронләү буйынса һатып алынған путевка ваучерҙарының да ғәмәлдә булмауы асыҡлана. Тиҫтәләгән кешенең йәйге отпускыһы Ҡара диңгеҙ буйында  ял итеп түгел, ә полиция хеҙмәткәрҙәренә ғариза яҙып үтә.

Земфира Дауытова йыл ярым инде «Эдэм» туристик агентлығынан һатып алынған ялған путевкалар өсөн аҡсаһын ҡайтара алмай. 2015 йылдың авгусында ул ҡыҙы менән Ҡара дингеҙҙә ял итергә була, әммә хыялдағы отпускы баш бәләһенә  әйләнә. Фирма етәксеһе Екатерина Карачева ғаиләгә сит илдә ял ойоштороу урынына аҡсаны үҙендә ҡалдырыуҙы хуп күрә. Хәҙер яҡтар тик суд залдарында ғына осраша. Алданған турист әйтәүенсә, быға тиклем ул ойошма директоры менән яҡшы таныш булған. Благовещенда туризм өлкәһендә күптәрҙең ышанысын яулаған компания вәкилдәренең мутлашыу  юлына баҫыуы барыһын да аптырышта ҡалдыра.
«Эдэм» туристик агентлығынан алданған тиҫтәнән ашыу кеше Благовещен район суды залында тәүгә генә осрашмай. 2015 йылдың көҙөндә улар еңеп сыға, әммә  фирма ябылып, банкротлыҡ алдында булғанға күрә, путевкаларға түләнгән аҡсаны ҡайтарып булмай. Хәҙер зыян күреүселәр шәхсән Екатерина Карачеваға ҡарата дәғүәһен белдерә. Әммә бөгөнгө ябыҡ суд тыңлауҙары ла һөҙөмтәһеҙ үтә. Яуапҡа тарттырылыусы ҡатын адвокатты яңы ғына яллауға күрә, ултырыш киләһе айға күсерелә. Игорь Белявскийға утыҙ томлыҡ эш менән танышып сығыу өсөн ваҡыт талап ителгән. Ни тиһәң дә һүҙ, елгә осҡан яҡынса ике миллион һум тураһында бара.
Игорь Белявский, Екатерина Карачеваның адвокаты: «Екатерина клиенттары менән йәйге отпускыға алдан бронләү буйынса килешеүҙәр төҙөй. Әммә доллар курсы үҫеү сәбәпле, бурысҡа бата. 2015 йылда Рәсәйҙә күп предприятие-ойошмалар тап ошо бәлә арҡаһында ябыла башлай. Түләнгән путевкалар өсөн аҡсаларҙың бер тинен дә   ул үҙ файҙаһына тотонмай».
Шулай ҙа алданған туристар кире фекерҙә. Екатерина Карачеваның ҡапҡанына ла бит башлыса оло йәштәгеләр эләккән. Улар бер нисә ай алдан путевка алһа ла, фирма тарафынан Рәсәй, сит ил курорттарындағы ҡунаҡханаларға  урындар буйынса бронь һалынғанмы-юҡмы икәнлеген тикшермәгән. Бәлки, бәләне кисектереп тә булыр ине. Хәҙер зыян күреүсе йәштәр ҙә килешеү төҙөгәндә уяуыраҡ булыуҙы хуп күрә.
Фәрзәнә Мирасова ла алданыусылар рәтендә. Ул 2015 йылдың йәйендә ҡыҙы менән Сочиға ял итергә барырға була. Бының өсөн йыл буйы пенсияһын йыя. "Эдэм" фирмаһына булмаған путевкаларға аҡса түләүен белеп ҡалғас, йөҙ мең кредит алып барыбер Ҡара диңгеҙҙе күреп ҡайта. Өҙөлгән ял өсөн  банктарға хәҙер проценттар түләй, өҫтәүенә, судҡа йөрөү ҙә сығымһыҙ үтмәй.
Фәрзәнә Мирасова әйтеүенсә, «Эдэм» туристик агентлығы аша клиенттарын алдаған эшҡыуар ҡатындың зыян күләмен тулыһынса ҡапларлыҡ финанс мөмкинлеге бар. Сит илдә яңыраҡ өй һатып алған тигән имеш-мимештәр ҙә йөрөй.
Үҙенең клиенттарына ожмахтай ял вәғәҙәләгән Екатерина Карачева благовещендарҙы ғына алдамай. Путевкаларҙы бөрйәндән дә һатып алыусылар булған. Ҡырҡҡа яҡын кеше хәҙер аҡсаһын кире ҡайтара алмай интегә. Ғәҙеллек өсөн көрәште улар туҡтатырға уйламай. Киләһе суд ултырышы 2 майға тәғәйенләнгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика