Ҡеүәтле базаның уңыш нигеҙе

Ҡеүәтле базаның уңыш нигеҙе 04.01.2018

Туймазы ҡалаһының бетон ташыу машиналар заводы төҙөлөш ҡорамалдарын эшләүҙә яңы алымдар үҙләштерә. Предприятие етештереү ҡеүәтен арттырып яңы эш урындарын булдырған. Ҡулланылған яңы ысул бығаса эшләгәненән айырыла. Ул бетон ҡатнашмаһын бер тигеҙ бүлеп, самалап үлсәүгә ҡоролған.

Тап шуға бәйле эш тә ырамлы бара. Рим Кәримов Туймазы бетон ташыу машиналары эшләү заводында 18-се йыл. Сығышы менән Миәкә районынан булған замандашыбыҙ предприятиела кем генә булып эшләмәгән…
Рим Кәримов кеүек үк предприятиела 700-ләп хеҙмәткәр эшләй. Араларында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа етерлек. Эше нисек кенә ауыр булмаһын еренә еткереп башҡарырға тырыша улар. Предприятие индергән яңылыҡты ла, етештереү ҡеүәтенең дә үҙгәреүе хеҙмәткәрҙәргә ауырлыҡ тыуҙырмай. Сөнки хеҙмәткәрҙәр бар эште бергәләп башҡара. Бер цехта берәүҙәр тимер ҡырҡһа, икенселәре иретеп-йәбештерә, өсөнсөләре бар деталдәрҙе бергә йыйыу менән мәшғүл.
Ә был цехҡа иһә предприятиела йыйылған продукция оҙатыла. Тәүлегенә генә 2-4 техника етештерелә. Улар бында оҙаҡ ултырмай, сөнки һатып алыусыһы эшләгән көндөң иртәгәһенә үк алып китә.
Туймазы заводы уҙған быуаттың 80-се йылдарынан алып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә предприятие бик күп технологиялар уйлап сығарыуға, уны тормошҡа ашырыуға ирешә. Мобиль бетон етештереү ҡеүәтен 42 һәм 60 кубометрға тиклем арттырылыуы ла ошоға дәлил. Яңылыҡ шулай уҡ эшсе һөнәрҙәргә яңы эш урындарын да булдырған.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку