Еңел табышҡа ышанмағыҙ!

Еңел табышҡа ышанмағыҙ! 25.08.2014

Республикала кредиттарҙы тулыһынса ҡапларға вәғәҙә биреүсе компаниялар һаны арта. Зыян күреүселәр ҙә 10 меңгә яҡын. Яңыраҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында тамыр йәйеүсе «Древпром» ойошмаһы етәксеһе мутлашыу өсөн ҡулға алынғайны. Уның компанияһынан меңәрләгән кеше үҙ аҡсаһын ҡайтара алмай. Ләкин халыҡ һаман да сағыу рекламаға, буш вәғәҙәләргә ышанып, бер көнлөк компаниялар менән килешеү төҙөүҙән туҡтамай.

Баш ҡалала йәшәүсе Наталья Масич «Росфинанскредит» компанияһы менән апрелдә килешеү төҙөй. Документҡа ярашлы, ҡатын үҙенә рәсмиләштерелгән кредит суммаһының 30 процентын ойошмаға түләй. Ә һуңғыһы бурысты тулыһынса үҙе ҡапларға тейеш була. Әлбиттә, ойошма кредитты үҙенә рәсмиләштермәй, ә аралашсы була. Ләкин килешеү төҙөлгәс, кредит өсөн бурыс түләнмәй, ойошма ла ябыла. Бынан тыш, ханым элек кредиттар менән мутлашып бар Рәсәйгә танылған «Древпром» компанияһына ла мөрәжәғәт иткән була. Ләкин унда ла алдана. Дөйөм алғанда, Наталья Масич, буш вәғәҙәғә ымһынып, 300 мең һумға яҡын аҡсаһын елгә осора.
Наталья Масич, зыян күреүсе: «Ул компанияларға нишләп мөрәжәғәт иткәнемде үҙем дә аңлата алмайым. Шундай матур итеп рекламалайҙар, ышандыралар. Хәҙер аҡсаны кире ҡайтарып булырмы, юҡмы, белмәйем».
 «Древпром» компанияһынан зыян күреүселәр байтаҡ. Әммә ләкин уға оҡшаш ойошмаларға ышанып аҡса тапшырыусылар һаман да йыш осрай. Рәсәйҙә кредитты ҡапларға ярҙам итеүсе компаниялар көндән-көн арта. Баш ҡалала ғына ошондай 20-нән ашыу ойошма бар. Цурюпа урамындағы офиста элек «Древпром» урынлашҡайны. Компания үҙенең эшмәкәрлеген тулыһынса туҡтатып ябылды. Ләкин уның урынында, ошо уҡ офиста бурыстан ҡотолорға ярҙам итеүсе ойошмалар яңынан асыла. Ошондай компанияларҙан зыян күреүселәр әйтеүенсә, улар йыш исемдәрен үҙгәртә. Шуға ла мутлашыусыларҙың эҙенә баҫырлыҡ түгел. «Древпром» артынса «Долгофф», «Стоп Кредит», «Росфинанскредит» һәм башҡа компаниялар барлыҡҡа килә. Ләкин уларҙың күбеһе бер айҙан да күберәк эшләмәй.
 Антон Плесак, адвокат: «Кредит ҡаплаусы компаниялар менән килешеү төҙөүсе ике меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт итте. Ә тәртип һаҡлау органдарына ғариза яҙыусылар һаны 6 меңдән аша. Эске эштәр министрлығы тикшереү башланы, шуға ла компаниялар тиҙ ябыла. Ә кредит алыусылар күп. Бишәр-алтышар кредиты булғандар бар».
 Әлбиттә, кредит менән мутлашыусы ойошмаларға ышанып, килешеү төҙөүселәр бер кемде лә ғәйепләй алмай. «Древпром» компанияһы тураһында ишетеп, белә-күрә тороп кредит ябырға теләү - буш өмөт кенә. Сөнки белгестәр билдәләүенсә, бындай ойошмалар алдан уйлап, законды уратып эш итә. Шуға ла халыҡҡа бурыстарын намыҫлы түләргә генә ҡала. Ә зыян күреүселәр аҡсаларын кире ҡайтара алырмы, юҡмы, уныһын ваҡыт күрһәтәсәк. Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку