Һеҙҙең кредитығыҙҙы ябабыҙ

Һеҙҙең кредитығыҙҙы ябабыҙ 16.01.2017

Төбәк халыҡына «Древпром» компанияһынан йәнә ошондай смс-хәбәрҙәр килә башланы.

Финанс пирамидаһына Стәрлетамаҡ ҡалаһында нигеҙ һалыныуы һәм уларҙың үҙ эшмәкәрлеген бөтә илгә йәйелдереүе хаҡында хәбәр үткәйнек инде.  Схема ябай- фирма граждандарға кредитын ябырға вәғәҙә бирә. Бының өсөн банкка булған бурыстың 30 процентын ҡулаҡса менән «Древпром» кассаһына индерергә кәрәк. Шунан һуң инде кредитттан ҡотолорға мөмкин тип алдайҙар. Ысынбарлыҡта иһә был мутлашыуҙың бер юлы ғына. 2011- 2014-се йылдарҙа финанс тоҙаҡҡа илдә 8 мең тирәһе кеше эләгә, уларҙың 5 меңе Башҡортостандан. Халыҡты алдап аҡса эшләүселәрҙең хәйләһе асыла һәм уларҙың эшмәкәрлеге туҡтатыла. Күрәһең, ваҡытлыса ғына, әле «Древпром» йәнә  смс-хәбәр ебәрә башлаған.
Валерий Шәрипов, юрист: «Древпром» кеүек финанс пирамидаларҙы төҙөүселәр халыҡтың тормошон, психологияһын яҡшы белеп эш итә. Әлеге көндә кредит алған кеше күп,   мөғжизәгә ышаныусылар ҙа юҡ түгел. Мутлашыусылар шуның менән файҙалана ла инде,  кредиттан ҡотолдорабыҙ тип, киреһенсә, бурысҡа батыра. Һөҙөмтәлә кешенең банк алдындағы бурысы ла ҡала, кредит тарихы ла боҙола».
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле Стәрлетамаҡ ҡала судында  «Древпром»дың  эшмәкәрлеге буйынса мутлашыу, енәйәтсел төркөм ойоштороу,  алдап аҡса йыйыу кеүек  бер нисә статья ҡарала.  Ғәйепләнеүселәр эскәмйәһендә  6 кеше. Ойошманың баш бухгалтеры тикшереү изоляторында суд көткән ваҡытта  вафат булған. Пирамиданы ойоштороусы Евгений Сундуковҡа иһә иркенән 20 йылға мәхрүм ителеү янай.  Мутлашыусыларға бирелгән теүәл сроктар билдәле түгел. Сундуковты ҡулға алған мәлдә фатирында аҡса тултырлған бер нисә сумаҙан,  ҡиммәтле сәғәттәр коллекцияһы, ювелир биҙәүестәр табыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку