«Древпром» йәмғиәте етәкселәренә ҡарата яңы енәйәт эше ҡуҙғатылды

«Древпром» йәмғиәте етәкселәренә ҡарата яңы енәйәт эше ҡуҙғатылды 10.12.2014

Улар законһыҙ берлек ойоштороуҙа һәм унда ҡатнашыуҙа ғәйепләнә. Яҡын көндәрҙә финанс пирамидаһы төҙөп кешеләрҙе алдаусылар  енәйәт ҡылыуҙары өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.  Уларға  20 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү ихтималлығы  янай.

Бөгөнгә фирманың 14 «Джип Гранд Чероки» автомобиле  тартып алынған. Шулай уҡ  Салауат ҡалаһындағы 200 транспорт сараһына иҫәпләнгән  гаражға арест һалынған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, финанс ойошмаһы менән Рәсәйҙең 46 төбәгенән 75 меңгә яҡын кеше килешеү төҙөгән. Уларҙың яртыһынан ашыуы Башҡортостанда йәшәүселәр. Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,  бөгөн «Древпром» йәмғиәтенең етәксеһе, уның урынбаҫары һәм енәйәт ойошмаһының әүҙем ҡатнашыусыһы ҡулға алынған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку