«Древпром»дың икенсе ғүмере

«Древпром»дың икенсе ғүмере 24.03.2017

Интернетта атамаһы оҡшаш ойошманың рәсми сайты барлыҡҡа килде. «Древпром-онлайн» халыҡҡа юғары процентҡа аҡса һалырға тәҡдим итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011-2014 йылдарҙа был фирма эшмәкәрлегенән республикала йәшәүсе биш меңдән ашыу кеше зыян күрҙе.

Ойошма барлыҡ теләүселәргә лә булған кредиттарын ҡапларға вәғәҙә бирә. Әммә бының өсөн кешеләр тәүге иғәнәне индерергә тейеш була. Ошондай схема буйынса төҙөлгән пирамида клиенттарҙың иғтибарын шунда уҡ яулап ала. Иң әүҙем эшмәкәрлеге ваҡытында «Древпром»дың төрлө төбәктәрҙә 85 офисы асылған була.  Пирамиданы ойоштороусы Евгений Сундуков 2014 йылдың февралендә ҡулға алына. Тентеү барышында уның фатирында аҡса менән тултырылған бер нисә сумаҙан, ҡиммәтле сәғәттәр коллекцияһы һәм ювелир әйберҙәр табыла. Эске эштәр министрлығы вәкилдәре «Древпром-онлайн»дың сираттағы  финанс пирамида булыуын билдәләй.  
Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: «Финанс пирамидаларҙың айырылып торған бер нисә билдәһе бар. Беренсенән, уларҙың Рәсәй Үҙәк банкы тарафынан бирелгән лицензияһы юҡ, икенсенән, саманан тыш юғары проценттар вәғәҙә итә. Шулай уҡ улар вкладасылар алдында  яуаплылыҡ тоймай һәм  документтарҙа ойошманың хужалары тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирмәй».
Әгәр ҙә һеҙ интернетта үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итеүсе был ойошма тураһында белеп ҡалһағыҙ, эске эштәр министрлығының рәсми сайтына йәки электрон почтаһына хәбәр итә алаһығыҙ. Уның адресын әле һеҙ экранда күрәһегеҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку