Доллар төшә, һум ҡиммәтләнә

Доллар төшә, һум ҡиммәтләнә 26.01.2018

2015 йыл аҙағында  70 һумға тиклем барып баҫҡан доллар бөгөн 55 һум 92 тингә тиклем баһаһын юғалтты. Евро  үҙ позицияһын һаҡлай.

Аналитиктар фекеренсә,  беҙҙең илдең аҡсаһы түбәнәйгән доллар фонында  үҙҡиммәтен нығыта.  Америка валютаһы иһә 2014 йылдағы минимум кимәленә төштө. Шул уҡ ваҡытта нефткә хаҡтарҙың өс йыллыҡтағы рекорд күрһәткесенә барып етеүе күҙәтелә. Врент маркалы ҡара алтындың фьючерс хаҡы бер баррелгә 71 һумдан артҡан. Эксперттар билдәлеүенсә, күрһәткес 1,5 процентҡа күтәрелгән тип әйтергә мөмкин.  
29 ғинуарҙа Рәсәйгә ҡарата өҫтәмә санкциялар индерелә. Эксперттар фекеренсә, ул һумдың үҙҡиммәте төшөүенә килтереүе мөмкин. Әле иһә доллар түбәнәйеүе күп тармаҡтар өсөн отошло. Мәҫәлән, туристик фирмаларҙа сит илдәргә  юллама алыусылар артҡан. Күпселек әле үк йәйге ялды хәстәрләй. Бер яҡтан алдан алыу былай ҙа 20-30 процент ташлама бирһә, икенсенән әле долларҙың төшөүе хаҡтарҙың бер аҙ кәмеүенә килтергән.
Ольга Снегирева, туристик фирманың бүлек мөдире: «Йыл яңы ғына башланды, йәйгә тиклем оҙаҡ һымаҡ. Әммә ваҡыт күҙ асып йомғансы үтә лә китә. Сит илгә даими ял итергә йөрөүселәр долларға хаҡты ла күҙәтеп бара, уның төшөүен тиҙ генә үҙ мәнфәғәтендә файҙаланып ҡала, икенсенән ташламалар ҡаралған. Беҙ киләсәктә лә Рәсәй аҡсаһы үҙҡиммәтен юғалтмаҫ тип ышанабыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку