Декрет ялынан һуң нисек хеҙмәт урыныңды һаҡлап ҡалырға һәм яңы шарттарҙа эшкә яраҡлашырға?

Декрет ялынан һуң нисек  хеҙмәт урыныңды һаҡлап ҡалырға һәм яңы шарттарҙа эшкә яраҡлашырға? 15.09.2017

Республика халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәтенең  уҡытыу үҙәгендә  квалификация күтәрергә һәм икенсе һөнәр үҙләштерергә була.  

Уҡытыу программаһында утыҙҙан  ашыу һөнәр - кондитер, менеджер, парикмахер һәм башҡалар.
Ир-егет ҡулынан ҙур бәлеш. Илдар Рәйес  улы ашнаҡсы булырға әҙерләнә.  Алты йыл буйы юғары уҡыу йортонда  юрист һөнәренә уҡып сыҡҡан   егет эш таба алмаған.  Ашнаҡсыларҙы ул композитор йә рәссам һөнәрҙәре менән сағыштыра. Өҫтәлгә килгән ризыҡ матур ҙа, телде йоторлоҡ та булырға тейеш.
Башҡортостандың өҫтәмә белем биреүсе  Уҡытыу үҙәгендә  иҡтисадсылар, тәрбиәселәр, официанттар һәм башҡа һөнәр эйәләре йыйылған.  Улар бөтәһе лә икенсе һөнәр үҙләштерергә ҡарар иткән, сөнки хеҙмәт баҙарында хәлдәр үҙгәреп тора, ә ашнаҡсылар, кондитерҙар  һәр ваҡыт кәрәк.
Бер йәшлек бала тәрбиәләүсе Гөлнара  киләсәктә үҙен тегенсе итеп күрә. Кәрәкһә өйҙә заказ буйынса ла эшләргә мөмкин. Иң мөһиме, йәш бала менән уңайлы. Классик костюмды  имтиханға теккән.
Гөлнара Поспеева, республика халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте уҡытыу үҙәге  студенты: «Мин элек   инженер -технолог инем. График буйынса төндә лә  эшләргә тура килә ине. Бәпес менән улай мөмкин түгел.  Был кейем 15-се изделие, бөгөн имтихан бирәм. Эш таба алырмын тип уйлайым».
Үҙәктә  һатыусы, парикмахер, кондитер, штукатур, маляр һәм башҡа йүнәлештәрҙә  бөтәһе утыҙҙан ашыу һөнәр алырға һәм квалификация күтәрергә  мөмкин. Бухгалтерҙар өсөн дә уҡыуҙар ойошторола. Бигерәк тә ул декрет ялындағылар араһында ихтыяж менән файҙалана, сөнки иҫәпләүҙәрҙә  яңы программалар индерелеп тора. Ә өс йылдан һуң эшкә яраҡлашырға, ҡыҫҡартыуҙар булһа хеҙмәт урынын һаҡлап ҡалырға кәрәк. Өс йәшкә тиклем бала ҡараусы декрет ялындағы әсәйҙәргә махсус курстар ойошторола.
Белем алыу бушлай. Һөнәр үҙләштереү өсөн тәүҙә  йәшәгән урын буйынса халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә иҫәпкә торорға кәрәк, артабан   йүнәлтмә  бирелә.  
Рөстәм Нәсибуллин, республика халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте уҡытыу үҙәге  директоры  урынбаҫары: «Күп кенә декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙар һөнәри оҫталығын юғалта, ай ти технологиялар һәм башҡа йәһәттә яңыса эшләү талап ителһә, улар юғалып ҡала. Шуға ла бала ҡарағандан һуң әҙерлекле, конкурент һәләтле булып хеҙмәт урынына сығыу өсөн  махсус программа буйынса белем биреү ойошторола».
2011 йылда асылған үҙәкте 2 меңгә яҡын белгес  тамамлаған. Хеҙмәт баҙарындағы тотороҡһоҙлоҡто иҫәпкә алғанда тап ҡыҫҡа ваҡыт эсендә икенсе һөнәр үҙләштереү мөмкинлеге  эшһеҙ ҡалыусыларға, йә ҡыҫҡартыуға эләккәндәргә яңы  мөмкинлектәр аса.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку