Дүртөйлө районы Семилетка ауылында бағыусылар ярҙамында мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелде

Дүртөйлө районы Семилетка ауылында бағыусылар ярҙамында мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелде 04.12.2017

Йөҙ миллион һум аҡсаға бинаның алғы өлөшө, ҡыйығы, канализиция торбалары һәм тәҙрәләре яңыртылды, биләмәгә асфальт йәйелде.

Дүрт мең самаһы кеше йәшәгән ауылда мәҙәниәт йорто күптән талап ителгән. Сөнки элекке бина саманан тыш таушалған булған, яҙлы-көҙлө ҡыйыҡтан һыу үткән. Шуға ла район етәкселеге бинаны «Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект» исемлегенә индерергә ҡарар иткән. Бар эштәр ҙә нефть компанияларының береһе иҫәбенә башҡарылған.  Яңы клубта һәр кем күңеленә яҡын шөғөл таба ала. Театр студияһы, китапхана һәм душ менән йыһазландырылған спорт залы. Мәҙәниәт учреждениеһы киләсәктә күп фунциялы ял итеү үҙәге статусы алыр тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку