Дүрт сәғәт эсендә юлһыҙлыҡ мәсьәләһе хәл ителгән

Дүрт сәғәт эсендә юлһыҙлыҡ мәсьәләһе хәл ителгән 10.07.2017

Сыуаш-Ҡыбау ауылының Гагарин урамында йәшәүселәр ярҙамды ситтән көтөп арығас, аҡса йыйып, асфальтты үҙҙәре һалдырған. Социаль селтәрҙәрҙә урындағы халыҡтың берҙәмлеге, әлбиттә, иғтибарһыҙ ҡалмаған. Мәсьәләне хәл итеү юлын, берәүҙәр ауыл хакимиәте башлығының мөрәжәғәттәрҙе яуапһыҙ ҡалдырыуы тип аңлатһа, икенселәр ситтән ярҙам көткәнсе, үҙеңә эшләп ҡуйыу яҡшыраҡ тигән фекерҙә.

Техника тауышы. Тик хәҙер Гагарин урамында ике йәшлек Тимурҙың уйынсыҡ тракторы ғына геүләй. Дүрт сәғәт эсендә урындағы халыҡ йыйылышып, мәсьәләне хәл итергә була. Кәңәшле эш тарҡалмай, асфальт та һалына. Үҙҙәренең эштәренә ситтән ҡарап һөйөнгән халыҡты аңларға була, соҡор-саҡыр юлдарҙы хәҙер уларға иҫләргә генә ҡала.
Урам халҡының тырышлығы менән утыҙ метр самаһы асфальт һалынған. Бының өсөн алты-ете йорт хужалары ике мең һумдан аҡса йыйған. Гагарин урамының бер осонда йәшәүселәрҙең был башланғысы башҡаларға ла үрнәк булған.
Кем белә, бәлки, Сыуаш-Ҡыбау ауылында йәшәүселәргә камаздар саҡырып, эш башлау ҙа кәрәкмәҫ. Сөнки юлды ремонтлау ауыл биләмәһе башлығы әйтеүенсә, планда бар. Тик эштәрҙе башларға бары, оҙайлы ямғырҙар ғына ҡамасаулай. Ауыл урынлашҡан урын һаҙлыҡ, шуға ла асфальтты һалғанда технологик ҡаиғҙәләрҙе теүәл үтәү мөһим, ти ул.  
Михаил Мурзадеров, Сыуаш-Ҡыбау ауыл биләмәһе башлығы: «Ямғырҙар, әлбиттә, эште башларға ҡамасауланы. Ә халыҡ көтөп тормай, эшкә  үҙҙәре тотондо. Беҙ июль-август айҙарында был урамға тулыһынса асфальт һалырға иҫәп тотабыҙ».
Райондың Боланторған ауылында йәшәүселәрҙе лә егерме йылдан ашыу юлһыҙлыҡ мәсьәләһе борсоған. Ауыл халҡы йыйылышта урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ҡушылырға була. Дәүләттән бүленгән аҡсаға үҙҙәренән өҫтәйҙәр. Һөҙөмтә күҙ алдында: ауыл урамына тулыһынса таш түшәлә.
Берҙәм Боланторған ауылында йәшәүселәрҙең эше бының менән тамамланмай.
Әүҙем ауыл халҡы яҡын киләсәктә ошо урында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә таҡтаташ асмаҡсы. Был изге эш йәш быуын тарихты, ата-бабалар исемлеген белеп үҫһен, тигән маҡсатта эшләнелә ти улар.
Тағы ла ауыл халҡының яҡын киләсәктә күрше Көҙәйҙән ауылдарына тиклем ҡырсынташ түшәтеү теләге бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку