Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтайҙың эшсе төркөмө автотранспортты страховкалау өлкәһен тикшерҙе 26.10.2016

Бер төркөм депутаттар  Рәсәй дәүләт страховкалау хеҙмәтенең Өфөнөң Карл Маркс урамындағы офис эшмәкәрлеге менән танышты. Страховка ойошмаһында ҡулланылған «берҙәм  тәҙрә», яңы  төр страховка полистарын ҡулланышҡа индереү, эштәге етешһеҙлектәргә юл ҡуймау... Эшсе төркөм күҙлегенән бер генә һорау ҙа яуапһыҙ ҡалманы.

Үҙәк офис ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә.  Дәүләт Йыйылышы  - Ҡоролтай депутаттарынан торған эшсе төркөм страховкаларҙы рәсмиләштереүсе менеджерҙарҙа һәм клиенттарҙа уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмай. Киреһенсә, телевидение камералары  һәм күҙәтеүселәр күплеге дөйөм эшкә ҡамасауламай. Һәр кем үҙ эшен еренә еткереп башҡарырға тырыша.
Автотранспортты страховкалау өлкәһендә иң ауыртҡан урын - өҫтәмә хеҙмәттәр тәҡдим итеү. Депутаттар был һорауҙы ла төп етәксегә юлланы. Өҫтәмә  хеҙмәттәр тәҡдим ителәсәк, әммә клиенттар уларҙан баш тарта ала. Клиент  ризаһыҙлыҡ белдергән осраҡта, дәғүәләр биш көн эсендә  ҡабул ителә. Павел Ермолаев страховканы интернет аша юллаған. Шишәмбе көндө заказ биргән һәм бына ул офиста. Башта икеләнеберәк торһа ла, хәҙер килеп замана уңайлығына  ҡыуана.
Павел Ермолаев, автомобиль страховкалаусы: «Бөтәһен дә  УФА-1 интернет сайты ярҙамында  вацап аша эшләнем. Адрестар һәм кәрәкле килешеүҙәрҙе тикшереп торҙом. Иҫәпләүҙәр  теүәл һәм тиҙ арала башҡарылды».
«Росгосстрах» үҙ полистарын һатыуҙы өсләтә арттырған. Дөйөм агент хеҙмәте мәсьәлә киҫкен торған Күмертау һәм Өфө ҡалаларында булдырылған.
Александр Шпизель, Рәсәй дәүләт страховкалау ойошмаһының Башҡортостан буйынса етәксеһе: «Бөгөнгө көнгә ҙур сираттар юҡ, шуға ла дөйөм агент хеҙмәте менән барыһы ла ҡулланмай. Күп клиенттар страховкаларын офистарға килеп  рәсмиләштереүҙе хуп күрә».
Был клиенттың тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан. Уның полисында исем-шәрифе дөрөҫ яҙылған, әммә компьютерҙа атаһының  исеме дөрөҫ күрһәтелмәгән. Ун биш йыл дауамында бер генә ойошма аша страховкаһын рәсмиләштереүсе ташламалар менән ҡуллана алмай.
Галина Григорьеваның автомобиле техник күҙәтеү үтмәгән була. Офис-менеджер уға һеҙ фәлән адрес буйынса барһағыҙ  ике йылға техник күҙәтеү үтеү таныҡлығы буласаҡ тип әйтә  һәм өҫтәмә ташлама буласаҡ тип вәғәҙәләй. Һөҙөмтәлә ташлама урынына Галина Григорьеваға өҫтәмә хеҙмәттәр тағалар.
Галина Григорьева, автомобиль страховкалаусы: «Техосмотрым бар,әммә страховкаламайҙар өҫтәмә хеҙмәт тәҡдим итәләр2.
Депутаттарҙың эшсе төркөмө тарафынан страховкаларҙы рәсмиләштереү  өлкәһендә етешһеҙлектәр асыҡланды, эшлекле тәҡдимдәр ҙә индерелде .
Росгосстрахтан тыш, эшмәкәрлеген туҡтатып торорға мәжбүр булған  башҡа страховкалау  компаниялары Үҙәк банк ҡарары менән үҙ эшмәкәрлеген дауам итә. Баҙар шарттарында артабан да табышһыҙ эшләй алмаясаҡ компаниялар страховка тураһында ҡанунға үҙгәрештәр көтә. Был үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә түләүҙәр аҡсалата түгел, ә автосервиста ремонт эшен үтәп башҡарыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика