Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары алдағы өс йылға республика бюджеты проектын ҡарай башланы 04.10.2016

2017 йылда килем - 114 миллиард һумдан ашһа, сығымдар - 124 миллиард һумға яҡын булыр тип көтөлә. Башҡортостан ҡаҙнаһы башлыса ойошмалар һәм физик шәхестәрҙең килем һалымына, акциздарға, милек һалымына һәм дәүләт мөлкәте менән ҡулланыуҙан килгән килемгә ярашлы тулыландырыласаҡ.

Социаль түләүҙәр артыр тип күҙҙалана, ә бына юл фондында ҡайһы бер етешһеҙлектәр ҙә булыуы ихтимал. Быйылғыға ҡарағанда, киләһе йыл был тармаҡҡа финанстар аҙыраҡ бүленә. Эш хаҡына килгәндә, әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй.
Киләһе йылдарға бюджетты планлаштырғанда граждандарҙың фекере лә ҙур көскә эйә.  Документ проекты менән Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың рәсми сайтында танышырға мөмкин. Граждандар унда үҙ тәҡдимдәрен дә еткерә ала. Төбәктең бюджет проектына ярашлы,  сығымдар параметрҙары Республика Хөкүмәте тарафынан раҫланған 25 дәүләт программаһы буйынса тормошҡа ашырыласаҡ. Һөҙөмтәле  булмаған сығымдарҙы кәметеү, өҫтәмә финанслау ресурстарын табыу, килемде арттырыу буйынса ла даими эш алып барыласаҡ. Депутаттар бюджет проектына ярайһы уҡ үҙгәрештәр индерергә уйлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика