Дәүләт һатып алыуҙарында илебеҙ тауарҙары өҫтөнлөк итергә тейеш

Дәүләт һатып алыуҙарында илебеҙ тауарҙары өҫтөнлөк итергә тейеш 07.04.2016

Был турала бөгөн Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт ойошторған кәңәшмәлә билдәләнде. Унда төрлө  кимәл власть органдары, бюджет ойошмалары һәм предприятиеларының һатып алыуҙар өсөн яуаплы белгестәре ҡатнашты.

Һүҙ дәүләт ихтыяждары өсөн  заказдарҙы илебеҙ етештереүселәре мәнфәғәтенән сығып урынлаштырыу тураһында барҙы. Импортты алмаштырыу сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу барышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн үҫеш мөмкинлеге бирелә. Дәүләт заказдарын Рәсәй етештереүселәре ярҙамында үтәү йүнселдәр өсөн дә яҡшы мөмкинлек. Фекер алышыу барышында тупланған мәғлүмәт закондарҙы камиллаштырыу маҡсатында файҙаланыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика