Дәүләкәндә тиҙҙән өр-яңы ҡатнаш аҙыҡ заводы барлыҡҡа киләсәк 16.02.2017

Инвестиция проектының ғәмәлгә ашырылыуы, төбәктә уртаса эш хаҡы, тыуым һәм башҡа мәсьәләләр  район советы ултырышында ҡаралды.

Комбикорма заводының тәүге сираты апрель баштарында ебәреләсәк. Сәғәтенә 60 тоннаға тиклем ҡатнаш аҙыҡ етештереүгә иҫәпләнгән объект инвесторҙар ярҙамында төҙөлә. Урындағы етәкселек әйтеүенсә, завод халыҡҡа өҫтәмә эш урындары булдырасаҡ.
Дәүләкән икмәк бешереүселәре үҙ рецептары буйынса байрам аҙығы әҙерләй. Етештерелгән продукция туҡһандан ашыу һатыу нөктәһенә оҙатыла. Тәүлегенә  икмәк-булкалар, тәм-том
бер тоннанан артһа, февраль аҙағына предприятие күрһәткесте дүрт тоннаға еткерергә иҫәп тота. Заманса ҡоролмалар ҡулланыу эште күпкә еңеләйтте, ти хеҙмәткәрҙәр.

Төҙөлөш материалдарына төбәктә ихтыяж ҙур, шуға ла тәүге этапта йылына 50 миллион кирбес етештереү ҡаралған.

Ултырышта шулай уҡ районда демография мәсьәләһе лә күтәрелде. Халыҡтың тормошон яҡшыртыу юлдары барланды. Әле районда индустриаль парк ойошторолған. Юлдарҙы төҙөкләндереүгә лә ҙур иғтибар бүленә.

Дөйөм алғанда, республикала социаль-иҡтисади хәл тотороҡло. Инвестициялар йәлеп итеү буйынса былтыр республика рейтингта ҡырҡынсы урындан егерменсегә күтәрелде. Район-ҡалаларҙа ла инвесторҙарҙы йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар бар. Әммә бының өсөн урындағы властарҙың да әүҙем эшләүе мөһим.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика