Быйыл мең километр самаһы төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы юлдарҙы ремонтлау күҙаллана

Быйыл мең километр самаһы төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы юлдарҙы ремонтлау күҙаллана 11.04.2017

Был күрһәткес былтырғыға ҡарағанда 150 километрға күберәк. Әлеге ваҡытта юл ремонтлау хеҙмәткәрҙәре автомобиль хужалары күңелһеҙ хәлдәргә тарымаһын өсөн соҡорҙарҙы ямау эштәрен башҡара.

Тәжрибәле водитель Урал Гильдин юлдарҙың насар хәлдә булыуына зарлана. Сөнки был көндәрҙә ҡар менән бергә асфальт та ҡуша ирей. Һөҙөмтәлә юлдарҙа саҡыр-соҡорҙар барлыҡҡа килә. Ошондай сифатһыҙ юлдарҙың береһендә ул   идара иткән транспорт сараһының тәгәрәмәсе тишелгән. Шуға ла водитель хәҙер ремонт өсөн байтаҡ аҡса түгергә   мәжбүр буласаҡ.  
Меңләп километр юл үттем, ә бында ҡайтып, тәгәрмәсте тишеп ултырам. Кеҫәнән кәм тигәндә, ун-ун биш мең аҡса китәсәк.
Яҙ етеү менән бындай күңелһеҙ хәлдәргә водителдәр Өфөлә генә түгел, төп трасса юлдарында ла осрап тора. Юл ремонты менән шөғөлләнеүсе хеҙмәткәрҙәр соҡорҙарҙы һәм уйымдарҙы ҡышҡыһын уҡ ремонтлай башлаған.  2006 йылдан ҡулланылған һалҡын асфальт юл хеҙмәткәрҙәренә ҙур һәм тәрән уйымдарҙы ла тигеҙләргә  ярҙам итә.
Белгестәр тәү сиратта төбәк әһәмиәтендәге, транспорт ағымы күп булған юлдарҙы ремонтлауға иғтибар бирә. Был исемлеккә Өфө-Инйәр-Белорет, Дүртөйлө-Нефтекама, Шишмә-Аксенов һәм Ҡырғыҙ-Миәкә трассалары инә. Шуға ла республикала көндәр йылыныу менән заводтарҙа эҫе асфальт та етештерелә башланы. Бөгөн материал Өфө-Бөрө-Яңауыл юлы участкаларының береһенә оҙатылды.
Әйткәндәй, быйыл мең километр самаһы төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы юлдарҙы ремонтлау күҙаллана.
Был күрһәткес былтырғыға ҡарағанда 150 километрға күберәк. Әйткәндәй, төбәк халҡы төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы юлдарҙы төҙөкләндереү исемлеге менән Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты сайтында таныша ала.
Шулай уҡ Өфө-Ырымбур, М-5 һәм М-7 федераль трассаларында ла юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Юл- транспорт фажиғәләләрен иҫкәртеү маҡсатында трассаларҙы ике һыҙаттан дүрт һыҙатҡаса тиклем киңәйтеү ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку