Быйыл Башҡортостан мәктәпкәсә белем биреү системаһын яңыртыуға 900 миллион һум федераль субсидия аласаҡ

Быйыл Башҡортостан мәктәпкәсә белем биреү системаһын яңыртыуға 900 миллион һум федераль субсидия аласаҡ 29.04.2015

Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте сайтында хәбәр ителә. Тейешле күрһәтмәгә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған.

Федерацияның 85 субъектына 30 миллиард һум бүленә. Документҡа 2013-2020 йылдарға «Мәғарифты үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә ҡул ҡуйылған.  Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 1 йәштән 7 йәшкә тиклем балаларҙың 67,4 проценты мәктәпкәсә белем биреүгә йәлеп ителгән. Бөгөн төбәктә 1 мең 567 балалар баҡсаһы эшләй. Өс йәштән ете йәшкә тиклем алты меңдән ашыу балалар баҡсаһына сиратта тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку