Быйыл 11 ай эсендә республикала 9 меңгә яҡын эшсе ҡыҫҡартылған

Быйыл 11 ай эсендә  республикала 9 меңгә яҡын эшсе ҡыҫҡартылған 11.12.2017

Улар 500-ҙән ашыу предприятие һәм ойошмаға ҡарай.  Бер аҙнала ғына Өфөлә йәшәүсе  372 кеше хеҙмәт урынһыҙ  ҡалған, бер меңгә яҡыны тулы булмаған эш режимына күсерелгән. Был  предприятиеларҙың етештереү күләме түбәнәйеү менән аңлатыла.  

Эштән бушатылған 4 меңдән ашыу кеше баш ҡаланың мәшғүллек үҙәге ярҙамында вакансия тапҡан. Әйткәндәй, 14 декабрҙә Өфөнөң мәшғүллек үҙәге дөйөм туҡланыу, күмәртәләп һәм ваҡлап  сауҙа итеү, ресторан бизнесы хеҙмәткәрҙәре өсөн йәрминкә ойоштора.  Унда администратор, хисапсы, водитель, магазин директоры, ашнаҡсы  һәм башҡа һөнәрҙәргә эш урындары тәҡдим ителәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку