Былтыр республикала финанс өлкәһендә 700 миллион һумдан ашыу суммаға тәртип боҙоу осраҡтары иҫкәртелгән 02.03.2017

Шулай уҡ тикшереүҙәр ваҡытында асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе талап итеү системаһы айырыуса үҙ һөҙөмтәлелеген күрһәткән.

Был турала бөгөн Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһының йыл йомғаҡтарына арналған коллегия ултырышында билдәләнде. Финанс тәртибен боҙоуҙы асыҡлау һәм уның күләмен билдәләү - беҙҙең тикшереү эшмәкәрлегенең бер өлөшө генә, тиелде кәңәшмәлә. Ведомство барлыҡ бюджет процесын, йәғни планлаштырыуҙан алып дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереүҙе ҡулланыусыға алып барып еткергәнгә тиклем булған бөтә эште үҙ эсенә ала. Һуңғы йылдарҙа палата вәкилдәре алдан контроллек итеүҙе эшмәкәр­лек­тең өҫтөнлөклө йүнәлеше итеп алған. Был ысул хәүеф ихтималын асыҡлау һәм уны иҫкәртеү мөмкинлеге бирә.
Былтыр бюджет аҡсаларын маҡсатҡа ярашлы файҙаланмағаны өсөн 69 етәксеһе административ, 105-е дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған. Ете кешегә биләгән вазифаһын ҡалдырырыға тура килгән. Финанс өлкәһендә тәртип боҙоусылар өсөн 1 миллион 100 мең һум самаһы штраф һалынған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика