Былтыр коммуналь хеҙмәткә түләүҙәр йәй һәм ҡыш айҙарында артҡайны 23.04.2015

Тарифтар буйынса дәүләт комитеты етәксеһе белдереүенсә, быйыл тарифтар июлдә генә күтәреләсәк. Бөгөн ведомство 2014 йылға йомғаҡ яһап, киләһе ике йылға маҡсаттар билдәләне.

Былтыр электр уты өсөн түләүҙәр буйынса методик күрһәткестәр ҡырҡа үҙгәрҙе. Был көндөҙгө һәм төнгө тарифтар буйынса түләүселәргә ҡағыла. 1 июлдән электр энергияһына бер ставка буйынса иҫәпләшеүселәргә хаҡ 8,5 процентҡа артһа, ике ставкалағыларға ул юғарыраҡ. Дөрөҫөрәге, көндөҙгө хаҡ дөйөм ставканан - 1, 14 процентҡа, ә төнгөһө 0,7 арта. Бынан тыш, быйыл йәйгеһен йылылыҡ өсөн тарифтар 11,4, ә  һыу - 22 процентҡа тиклем күтәрелә. Былтырғы параметрҙар быйылғы менән сағыштырғанда түбәнерәк. Был зәңгәр яғыулыҡ өсөн хаҡтарҙы ауыҙлыҡлау менән бәйле. Әткәндәй, быйыл ул 7,5 процентҡа артасаҡ.
Ирина Васимирская, Башҡортостан тарифтар буйынса дәүләт комитеты етәксеһе: «Газға хаҡ артыу менән ҡалған тарифтар ҙа күтәрелә башлай. Былтыр коммуналь хужалыҡ өсөн түләүҙәр дөйөм алғанда 14,5 процентҡа артты. Быйыл мартта Рәсәй хөкүмәте коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙең уртаса күрһәткесенә үҙгәртеүҙәр индереү тураһында ҡарар сығарҙы. Электр энергияһына килгәндә, һәр кем үҙе ниндәй ставкаға күсеү тураһында хәл итергә тейеш. Мәҫәлән, көндөҙ утты күп ҡулланып, төндә бөтөнләй яндырмаусылар өсөн бер ставка буйынса түләү күпкә отошло буласаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика