Былтыр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы дәүләт ҡаҙнаһына 260 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп иткән

Былтыр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы дәүләт ҡаҙнаһына 260 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп иткән 03.03.2016

Был 2014 йыл менән сағыштырғанда, 8 процентҡа күберәк. Күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғылар рәтендә.  

Яҡшы күрһәткестәргә ҡарамаҫтан, һалым буйынса бурыс мәсьәләһе лә киҫкен тора. 2016 йылдың 1 ғинуарына ул 14 миллиард һумдан ашҡан. Быға бәйле, ведомствоға эш күрһәткестәрен тағы ла яҡшыртырға кәрәк тип билдәләнде һалым инспекцияһының коллегия ултырышында. Күсмә тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәһе артҡан, шул уҡ ваҡытта уларҙың һаны кәмей. Мәҫәлән 5 йыл элек инспекторҙар йылына 2 мең контроль сараһы үткәрһә, быйыл 700 рейд булған. Һәр бер тикшереүҙең күрһәткесе 21 процентҡа юғарыраҡ.
Марат Вахитов, Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе: «Бер тикшереү ҡаҙнаға 4 миллион һум килем килтерә. Бынан тыш, контроль сараларына һалым инспекторҙары эске эштәр министрлығы һәм тәфтиш комитеты белгестәре менән бергә сыға. Бындай бер рейд ҡаҙнаға  6 миллион һум самаһы аҡса ҡайтара».
Инспекция үҙ эшендә яңы технологиялар ҡулланыуға, һалым иҫәбен шымартыуға курс алған. Был иҡтисади яҡтан ҡатмарлы йылда бюджетты тулыландырыуға булышыр тип көтөлә. Үҙгәрештәргә килгәндә, быйылдан йорт йә участка хужалары милек өсөн һалымды уның кадастр хаҡы буйынса түләйәсәк. Ләкин пенсионерҙар, инвалидтар өсөн льготалар ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку