Былтыр Башҡортостандың сәнәғәт предприятиеларында 5 тапҡыр ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән

Былтыр Башҡортостандың сәнәғәт предприятиеларында 5 тапҡыр ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән 17.11.2015

Авариялар башлыса ҡеүәтле компанияларҙа булған һәм ҙур зыян күрелмәгән.  Эҙемтәләр ҙә тиҙ арала бөтөрөлгән. Шулай ҙа ғәҙәттән тыш хәлде иҫкәртеү мөмкин ине, ти белгестәр. Бының өсөн һәр  предприятиела ҙур аҡсалар бүленә һәм  махсус хеҙмәттәр эшләй.

Сәнәғәт ойошмаларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе хеҙмәттәр бөгөн Өфөгә йыйылды. Рәсәй экология, техник һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәте ойошторған семинарҙа тотош илдең ҡеүәтле предприятиелары вәкилдәре ҡатнаша. Ултырышта ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, яңы эш алымдары үҙләштереү, заманса технологиялар индереү мәсьәләләре өйрәнелде.
Алексей Алешин, Ростехнадзор етәксеһе: «Беҙҙең илдә заманса эш алымдары  техник яңылыҡтар индерелә. Әлбиттә именлек  мәсьәләһе лә  артта ҡалырға тейеш түгел. Предприятиелар үҙ хеҙмәткәрҙәрен хәүефһеҙ эш урындары менән тәьмин итергә бурыслы. Беҙҙең маҡсат авария эҙемтәләрен бөтөрөү түгел, ә уны алдан иҫкәртеү».
Нефть һәм газ эшкәртеү, машиналар эшләү һәм башҡа сәнәғәт предприятиелары күпләп урынлашҡан Башҡортостан өсөн хәүефһеҙлек мәсьәләһе айырыуса көнүҙәк. Нефть заводтары эшкәртеү буйынса яңы кимәлгә сыға. Яғыулыҡ сифатын арттырыу өсөн яңы технологиялар индерелә. Үҙ сиратында хәүефһеҙлек эше лә яңы алымдар талап итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку