Былтыр Башҡортостанда өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыусы 68 кешенең проблемаһы хәл ителгән 09.02.2015

15 ғинуарға ҡарата булған мәғлүмәттәр буйынса республикала  әле 13 йортҡа 1161 кеше күсенә алмай аҙаплана. Ошо һәм башҡа мәсьәләләр Волга буйы федераль округының тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алһыу Ғәйнетдинова ҡатнашлығында үткән эшсе төркөм ултырышында тикшерелде.

Алһыу Ғәйнетдинова  төбәктәрҙә намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күреүселәрҙең проблемаһы уңышлы хәл ителеүен билдәләп, был тәңгәлдә башҡарма власть органдары вәкилдәренә халыҡ араһында мәғлүмәт-аңлатыу эштәрен көсәйтергә ҡушты.  Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор аппараты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикала өс объектты төҙөп бөтөп торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыусы 694 кешене фатирлы итеү күҙаллана. 2016 йылда йәнә 186 кешенең проблемаһы хәл ителһә, 2017 йылда  281 кеше фатир туйлар тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика