Былтыр Башҡортостанда 67 кеше эш урынында һәләк булған 21.03.2017

2015 йыл менән сағыштырғанда, ун осраҡҡа күберәк. Был турала хеҙмәтте һаҡлау  буйынса ведомство -ара комиссия ултырышында Татьяна Астрелина белдерҙе.

Дәүләт хеҙмәт инспекторы әйтеүенсә, эш урындарында йәрәхәтләнеүселәр һаны шул уҡ кәләмдә -148 кеше. Ләкин үлемесле тамамланғандары артҡан.  Бәхетһеҙ осраҡтар, башлыса,  хеҙмәт хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү, һаҡланыу сараларын иңҡар итеү сәбәпле теркәлгән. Иң хәүефле эш урыны тип төҙөлөш һәм ауыл хужалығы өлкәләре билдәләнгән. Күптәр бейеклектән осоп төшөп йәрәхәтләнә, тине Татьяна Астрелина.
Татьяна Астрелина, Башҡортостандың дәүләт хеҙмәт инспекторы: “Иң ҡурҡынысы эш урындарында күмәкләп йәрәхәтләнеүселәр арта. Былтыр күп кеше ҡатнашлығындағы фажиғәлә 23 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ә 2015 йылда 6 осраҡ ҡына булған. Был айырым предприятиеларҙың хеҙмәтте һаҡлау эше менән бөтөнләй шөғөлләнмәүе тураһында һөйләй”.
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, үлемесле һәләкәттәрҙең артыуы был өлкәлә хәлдең киҫкенләшеүе тип аңларға кәрәкмәй.  Хеҙмәт хәүефһеҙлеген күҙәтеүсе органдарының үҙ   эшен  әүҙемләштереү һөҙөмтәһе. Былтыр ғына ҡырҡ эш урынында йәрәхәтләнеү осрағы  йәшерелгәнлеге асыҡланған.
Ленара Иванова, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры: “Башҡортостанда халыҡтың 30 проценты тирәһе зыянлы эш урынына йәлеп ителгән. Волга буйы федераль округында был күрһәткес 50 процентҡа яҡын. Һуңғы йылдарҙа хеҙмәт  хәүефһеҙлеге буйынса яраһы уҡ алға китеш күҙәтелә. Беҙ рейтингта 8-се урындан өсөнсөгә күтәрелдек”.
Республикала хәүефһеҙ хеҙмәт ойошторған предприятиелар араһында йыл да конкурс уҙғарыла. Быйыл унда 13 номинация буйынса 180 ойошма ҡатнашҡан. Комиссия ултырышында тәүге өс еңеүсене тәбрикләнеләр. Алдынғылыҡты "Газпром" , "Башнефть" кеүек ҡеүәтле компаниялар алды. Улар араһында Бәләбәйҙең механизациялау һәм электрофикациялау колледжы бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика