Былтыр Башҡортостанға 360 миллиард һумлыҡ капитал индерелгән

Былтыр Башҡортостанға 360 миллиард һумлыҡ капитал индерелгән 12.05.2017

Инвестиция әүҙемлеге буйынса республика Волга буйы федераль окургында тәүге урында килә, ә Рәсәйҙә иң яҡшы егерме төбәк исемлегендә. Был турала Рөстәм Хәмитов инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында белдерҙе.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, инвесторҙар йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу мөһим. Ташламалы ер участкалары тәҡдим итеү, ҡуртым түләүҙәрен, ерҙе теркәү ваҡытын кәметеү  һәм башҡалар.  Былтыр Күмертау һәм Бәләбәй ҡалаларында социаль-иҡтисади үҫештән алда барыусы территориялар барлыҡа килде. Унда бизнес алып барыу һәм инвестиция индереү  өсөн айырыуса уңайлы шарттар тыуҙырылған. Әле был төбәктәргә резиденттар йәлеп итеү эше бара.
Республикала инвесторҙар йәлеп итеү өсөн байтаҡ ташламалар ҡаралған. Ер участкаларын эшҡыуарҙар ярты хаҡҡа ғына һатып ала ала. Ике йыл эсендә генә 4 мең ер биләмәһе һатылып республика ҡаҙнаһына 12 миллиард һум аҡса ингән. Бынан тыш, бизнес алып барыусыларға ер өсөн  ҡуртым түләүҙәре лә кәметелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика