Былтыр ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәрҙең бурысы 1 миллиард 500 миллион һумға барып еткән

Былтыр ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәрҙең бурысы 1 миллиард 500  миллион һумға барып еткән 14.10.2015

Был алдағы осор менән  сағыштырғанда 1 ярым  тапҡырға күберәк.

Ауыл хужалығы  комплексына  дәүләт яғынан ярайһы ғына ярҙам күрһәтелә, төрлө программалар ғәмәлгә ашырыла,  субсидиялар бүленә. Шуға ҡарамаҫтан  тармаҡтың  техник яҡтан аҡһауы, машина-трактор паркының иҫкереүе күҙәтелә.  Мәҫәлән,   һуңғы ике йылда дәүләт ярҙамы  менән   6 меңдән ашыу техника берәмеге алынған. Башҡортостан бюджетынан  сығымдарҙың бер өлөшөн компесациялау өсөн 1 миллиард ярымдан ашыу аҡса бүленгән. Әммә контроль -иҫәп палатаһы белгестәре  асыҡлауынса  ауыл хужалығын яңыртыуға бүленгән дәүләт ресурстары ҡайһы бер осраҡтарҙа һөҙөмтәле файҙаланылмай.  
Фирүзә Ғәлиева, Башҡортостан контроль-иҫәп палатаһының аудиторы: «Аудиторҙар Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы, «Үҙәк», «Урал аръғы Агро», «Төнъяҡ-көнсығыш» һәм «Ергән» машина-технология станцияларының эшмәкәрлеген тикшерҙе.  Уның буйынса  дәүләт ярҙамы   һөҙөмтәле ҡулланылмауы,  техника паркын яңыртыу буйынса эштең  тейешле кимлдә алып барылмауы асыҡланды».
Аграрийҙар иһә был күренештәрҙе эш ваҡытында килеп сыҡҡан кәмселлектәр тип иҫәпләй.  Хужалыҡтар субсидияны  законға ярашлы,  документтар пакетына нигеҙләнеп ала.   Аҡса бүлгәндә ныҡлы тикшереү үткәрелә, хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуйылмай. Әммә    техника алған ҡайһы бер хужалыҡтар  үҙ эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр  йәки  улар банкрот тип иғлан ителә. Проблема ошондай мәлдәрҙә  килеп сыға, шулай уҡ   техниканы һатыу осраҡтары ла теркәлә.  Бындай етешһеҙлектәрҙе асыҡлауҙа һәм туҡтатыуҙа  аудиторҙарҙың ярҙамы бик урынлы, ти аграрийҙар. Улар  атап үтелгән кәмселектәрҙе тиҙ арала бөтөрөү буйынса эш алып барырға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку