Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары етештереү заводы барлыҡҡа килеүе ихтимал

Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары етештереү заводы барлыҡҡа килеүе ихтимал 24.06.2017

Быйыл апрелдә Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса Ласселсбергер компанияһы менән инвестиция проектын тормошҡа ашырыу буйынса проектҡа ҡул ҡуйылды. Завод төҙөлөшө төбәктә йәшәүселәрҙе эш менән тәьмин итеүҙе, шулай уҡ Урал аръяғы райондарының социаль-иҡтисади үҫешен иҫәпкә ала. Әммә Әбйәлил районында яңы проект ҡатмарлыҡтар кисерә. Әйтергә кәрәк, ҡаршылыҡтар, ялыуҙар урындағы халыҡтан ғына түгел, күпселек күрше төбәктәрҙән сыға. Халыҡ ни өсөн завод төҙөлөшөнә хәүефләнә?  

Эшселәрем, улар артынан үҙем дә төҙөләсәк заводҡа эшкә киләсәкмен, алһындар ғына. Фермер Вәкил Ниғмәтуллин ҡуртымға алған 30 гектар ерен төҙөлөшкә биреп, үҙе үк эшкә барырға әҙер. Йәнгел ауылынан 5-6 саҡрым алыҫлыҡта урынлашасаҡ завод өсөн Айҙар Ғилманов та шат, сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ерендә олтан булыуың яҡшы, тигән фекерҙә ул.
Биш ауылды берләштергән Йәнгел биләмәһендә эш урындары юҡ кимәлдә, шунлыҡтан халыҡтың күбеһе ситкә, Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләргә мәжбүр. Берәүҙәр завод төҙөлөшөн ауыл халҡына яңы мөмкинлек тип ҡабул итһә, икенселәр төбәктең экологияһына зыян килтерәсәк, тип хәүефләнә.
Ике ут араһында ҡалған биләмә башлығы аңлатыу эштәре алып бара. Төбәк халҡының хәүефләнеүен белгестәр компания тураһынлда мәғлүмәт етәрлек кимәлдә булмауға бәйле тип һанай.
Завод төҙөлөшө өсөн был ерҙәр юҡҡа ғына бында һайланмаған. 90-сы йылдарҙа Йәнгел ауылынан 5-6 саҡрым алыҫлыҡта карьер ҡаҙыла башлай. Эш туҡтап ҡала. Әле инвестор элекке карьер нигеҙендә завод эшен ҡуҙғатырға ниәтләй.
Инвестор завод өсөн тап әле һайланған урын уңайлы булыуын билдәләй. Эзбизташ, мәрмәр ятҡылығы етәрлек, ул ғына ла түгел төҙөлөш эргәһенән тимер юлы үтә. Австрия компанияһының урындағы вәкиле Жан Го йәшермәй, күрше Силәбе өлкәһенән дә тәҡдимдәр булған.
Жан Го, «Цемикс» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры: «2015 йылда беҙ ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары - үҙ эсенә аҡ цемент һәм микрокальцитты етештереү заводы төҙөү башланғысы менән Башҡортостанға мөрәжәғәт иттек. Был тәҡдимебеҙ төбәк Хөкүмәте тарафынан хуплау тапты. Инвестиция күләме 200 миллион евро тәшкил итә. Тәҡдимдәр башҡа өлкәләрҙән дә булды, әммә беҙҙең Башҡортостан Республикаһы менән килешеү төҙөлгән. Һәм беҙ үҙ һүҙебеҙҙән кире китергә йыйынмайбыҙ».
Әлбиттә, төҙөлөш йәнләнһен өсөн урындағы халыҡтың ризалығын иҫәпкә аласаҡбыҙ, ти проект авторҙары. Керамик плиткалар һәм төҙөлөш ҡатышмаларын етештергән Ласселсбергер компанияһы Европала дүртенсе урында килә. Рәсәйҙә төҙөлгән берҙән-бер завод Өфөлә урынлашҡан. Сираттағы проект Урал аръяғы райондарының иҡтисадын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, ти белгестәр.
Шуға ла яҡын арала биләмәнән инициатив төркөмдәрҙән торған ағзаларының Өфөлә урынлашҡан заводҡа килеүе көтөлә.
2006 йылда республикала эш башлаған предприятиела бөгөн 480 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Заводтың уңышлы эшләп килеүе, уның йылына 9 миллион квадрат метрға яҡын керамик плитка етештереүе ошо турала һөйләй. Йәш белгес Мөнир Солтанғолов заводта дүртенсе йыл эшләй. Коллектив татыу, бөтә ерҙә бөхтәлек, ти хеҙмәткәр.
Әбйәлил районында төҙөләсәк завод та Өфөләге предприятиенан артыҡ айырылмаясаҡ, йәғни ҡоро ҡатышма һәм аҡ цементты етештергәндә тирә-яҡ бысратылмаясаҡ, тип ышандыра компания вәкилдәре. Шуға ла экология буйынса хәүефләнеүҙәр юҡҡа, тигән фекерҙә улар. Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә аҡ цементты бары бер генә предприятие етештерә, уның ҡеүәте йылына 65 мең тонна, ә ил баҙарында уға ихтыяж өс тапҡырға күберәк. Шунлыҡтан ҡалған күләмдәр сит илдән индерелә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика