Бушлай процедура үтәм тип, 90 меңгә кредит юллаған

Бушлай процедура үтәм тип, 90 меңгә кредит юллаған 27.12.2017

Өфөлә йәшәүсе ханым һауыҡтырыу комплекстарының береһендә аңлашылмаусанлыҡҡа тарый. Үҙе лә һиҙмәҫтән мутлашыусылар тоҙағына эләгә. Буш хәбәргә ышанған Әлфиә ханым килешеүҙе өҙөргә теләп, комплексҡа килде.

Камераны күреү менән хеҙмәткәрҙәр клиенттың  һорауҙарын ишетмәмешкә, белмәмешкә һылтанды. Әлфиә ханым был бинала икенсе тапҡыр. Бер аҙна элек уға шылтыратып, бушлай процедура тәҡдим итәләр. Һөҙөмтәлә ханым үҙе лә һиҙмәҫтән 90 меңгә кредит юллай.
Әлфиә Хәсбиева: «Мин ғүмеремдә кредит, өлөшләтә түләү менән булышҡаным юҡ. Бында килгәйнем, сәсегеҙ ныҡ ҡойола икән, эш былай барһа, тиҙҙән балаларығыҙ һеҙҙән ояла башлаясаҡ тип ҡурҡыттылар. Шулай ауыртҡан ергә баҫтылар, мин хатта үҙемде йәлләп, илап ебәрҙем».
Ә һауыҡтырыу комплексы хеҙмәткәрҙәре ханымдың һөйләүе уйҙырма тип иҫбатланы. Әлфиә Хәсбиева үҙ теләге менән килгән, бөтә хеҙмәтләндереүгә ҡәнәғәт булған. Тик ниндәй хеҙмәтләндереү? Компания клиенттарын ниндәй кабинеттарҙа ҡабул итә? Беҙгә ҡараңғы. Бары тик клиенттың борсолоуына ниңәлер хеҙмәткәрҙәр түгел, юридик ойошма хәүефләнеүе сәйер тойолдо.
Лилиә Уразбахтина, һауыҡтырыу комплексы юрисы: «Әлеге компания закон буйынса тыйылған бер ниндәй ҙә хеҙмәтләндереү күрһәтмәй. Шул уҡ ваҡытта клиенттарға баҫым юҡ. Уларҙың ҡулынан берәү ҙә көсләп, килешеүгә ҡул ҡуйҙырмаған».
Ойошма хеҙмәтләндереүҙәренән ҡәнәғәт меңәрләгән клиенттары булыуын, әлеге аңлашылмаусанлыҡты ханымдың төймәнән дөйә яһауы тип аңлаттылар. Ханымдан ғаризаны ҡабул иттеләр, шулай ҙа һорауҙары яуапһыҙ ҡалды.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку