Бурыслыларҙың мөлкәтенә арест һалынды

Бурыслыларҙың мөлкәтенә арест һалынды 14.08.2017

Бөгөн Архангел районында суд приставтары юл инспекторҙары менән берлектә  сираттағы рейд ойошторҙо. Урындағы йөк контроле пунктының бурыслы водителдәрҙе туҡтатыу урыны итеп һайланыуы осраҡлы түгел. Йыл башынан контроль-үлсәү үҙәктәре файҙаһына 13 миллион һумлыҡ башҡарыу ҡағыҙы йыйылған, әлегә был сумманың тик яртыһы ғына түләтелгән.  

Архангел районындағы трасса буйлап үткән һәр фураға айырым иғтибар, нисә тонна йөк тейәлгән, уның һәр күсәренә күпме ауырлыҡ төшә - барыһы ла рентген аппаратындағы кеүек компьютер аша күренә. Ҡағиҙәләрҙе үтәмәүсе водителдәр һәм юридик шәхестәргә ҡарата иһә бында акттар төҙөлә, айырым формулалар буйынса штрафтар һалына.
Тәүлегенә йөк үлсәү стационар пунктынан биш йөҙҙән ашыу транспорт сараһы үтә. Тәртип боҙоусылар араһында башлыса сит төбәк вәкилдәре. Әйтәйек, был фураларҙың береһе Мәскәүгә юлланған булһа, икенсеһе Ҡаҙағстандан килгән. Күсәр буйынса йөктә тигеҙ һалмаған өсөн водителдәргә яҡынса алты мең һумлыҡ штраф янай.
Ә бына яҙғыһын ярты миллион һумлыҡ штрафтарға эләгеүселәр ҙә бар,-ти урындағы үҙәк хеҙмәткәрҙәре. Язаның ҡаты булыуы был миҙгелдә асфальт ҡатламы тиҙерәк боҙолоуға бәйле. Суд приставтарында республиканың контроль-үлсәү пункттары файҙаһына йыл башынан ике йөҙгә яҡын башҡарыу ҡағыҙы булыуы ла - бурыслылар барлығына ишара. Ике хеҙмәт ҡатнашлығында ойошторолған рейд барышында тиҫтәләп фура туҡтатылды. Тик бер нисә водитель генә административ яуаплылыҡтан ҡасыуы билдәләнде.
Йөк машинаһы водителдәренең күбеһе коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙәрҙе башҡармаған, йә автомобиль страховкаһын яңыртмаған булыуы асыҡланды. Суд приставтары киләсәктә федераль трассаларҙа ла ошондай рейд уҙғарырыға ниәтләй.
Фураларҙы туҡтатыу менән бер рәттән еңел автомобилдәргә лә иғтибар йүнәлтелде. Был водителгә суд приставтарынан бигерәк юл инспекторҙары менән дә оҙаҡ ҡына әңгәмәләшергә тура килде. Июндә иҫерек килеш руль артында ултырғаны өсөн уға штраф һалынған була, быға ҡушып, водитель таныҡлығын да егет хоҡуҡ һағындағыларға ваҡытында тапшырырға онотҡан күрәһең. Һөҙөмтәлә - уның тимер атына ла хәҙер арест һалынды. Шулай уҡ алимент, һалым түләүҙәренән йәшенеп йөрөүселәр ҙә рейд барышында туҡтатылды.
«Тимер ат»һыҙ ҡалмаҫ өсөн ни бары бурыстарҙы ваҡытында түләргә кәрәк. Барлыҡ иҫәпләшеүҙәрҙе бөгөн интернет аша ла башҡарырға була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку