Бурыс өсөн мөлкәт 16.09.2016

Суд приставтары  һалым инспекторҙары менән берлектә рейд ойоштороуҙы дауам итә. Был юлы ҡапҡанға Өфөнөң 63-сө торлаҡ-файҙаланыу хужалығы эләкте. Ойошманың һалым буйынса бурысы 4 миллион һумдан ашып киткән.

63-сө торлаҡ-файҙаланыу хужалығы һалым инспекцияһының иҫәбен күптән онотҡан,  әммә тау Мөхәмәткә бармаһа, Мөхәмәт үҙе килә тигән һымаҡ, бөгөн һалым инспекторҙары  бында үҙҙәре ҡунаҡта.  Суд приставтары менән бергә. Бурыс өсөн мөлкәттән баш ҡағырға мөмкин.
Ойошма етәкселеге урынында түгел,  ә  хеҙмәткәрҙәрҙең иһә  яуабы ҡыҫҡа. Табышһыҙ эшләйбеҙ, килгән аҡса юҡ.
Тартып алырлыҡ артыҡ мөлкәт тә күренмәй, барлы-юҡлы әйберҙәр  30 меңгә генә тарта. Иҫкереп бөткән йыһаздар, бар ойошмаға бер компьютер.  Уларҙы һатып ҡына 5 миллионлыҡ бурысты ҡаплап булмай. Әммә белгестәр хужаларҙың килемен тикшерергә лә уйлай, йәшереп ҡалдырһалар  енәйәти яуаплылыҡ көтә.
Ильяс Нәғимов, федераль һалым  хеҙмәте Башҡортостан идаралығының бүлек етәксеһе: «Енәйәт кодексындағы  был статьяның үҙенсәлеге лә бар. Теге йәки был кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылғандан  һуң бөтә бурысты ҡаплау ҙа бер нәмәне лә үҙгәртмәй, яуаплылыҡтан барыбер ҡасып булмай. Быйыл ғына 30 енәйәт эше ҡуҙғатылған, тағы 50-һе әле ҡарала».
Табыш йәшереп ҡалдырылған осраҡта ойошма етәксеһе  енәйтәт эше ҡуҙғатылыуҙан тыш шәхси мөлкәте менән дә яуап бирә, уның иҫәбендәге аҡса йәки милке тартып алыныуы мөмкин.
Бурыс өсөн яза алымдары ҡаты, аҡсаһыҙ ҙа, мөлкәтһеҙ ҙә ҡалыуың ихтимал. Хатта, ялға юллама алып аэропорттан ары китмәүең бар. Бынан тыш теркәү палатаһының милеккә документтарыңды ҡабул итмәүе һәм башҡалар.  5 йылға иректән мәхрүм ителеүгә тиклем. Шуға суд приставтары һалым инспекторҙары һымаҡ бурысңды түлә лә тыныс йоҡла тип кәңәш итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика