Бурысҡа төҙөлөш

Бурысҡа төҙөлөш 05.07.2016

Республика  белем усаҡтарын төҙөүҙең яңы системаһы индерелә. Ошо схема буйынса Стәрлетамаҡта бер мең урынған иҫәпләнгән мәктәп һалынасаҡ, баш ҡалала ике мәғариф учреждениеһы төҙөкләндереләсәк.

Был туралағы ҡарар бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында раҫланды. Документҡа ярашлы,  республика тәүҙә төҙөлөшкә  аҡсаның 30 процентын аванс итеп индерә. Ә бына эш өсөн  тулыһынса иҫәпләшеү  объект сафҡа индерелгәс кенә башҡарыла. Баш ҡалала был тәжрибә ошоға тиклем дә ҡулланып ҡаралған, Өфөнөң  Колгуев һәм Дим биҫтәһендәге ике белем усағы тап ошо схема буйынса  һалына, был мәғариф учреждениелары яңы уҡыу йылына үҙ ишектәрен асырға тейеш.   Киләсәктә бурысҡа төҙөлөш системаһын башҡа социаль учреждениеларҙы һәм юлдарҙы һалыуҙа ла ҡулланыу ҡарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку