Аҙна яңылыҡтары. Буласаҡ пенсияғыҙҙың тупланма өлөшө ҡайҙа күсерелгәнен беләһегеҙме? 26.03.2017

Закон буйынса, әгәр дәүләттеке булмаған ойошмаларға күсереүҙе һорап ғариза яҙмаһағыҙ, улар Пенсия фондына туплана. Был осраҡта ла, тимәк, минең буласаҡ пенсиям дәүләт ҡарамағында, тип ышаныслы әйтә алаһығыҙмы? Күптәр уйланғаны ла юҡ, шулаймы? Тап шул ҡартайған көнгә тип йыйылған аҡсалар менән ҡыҙыҡһынмау мутлашыусылар өсөн килем сығанағына әйләнгән. Һеҙ үҙегеҙ ҙә белмәүегеҙ ихтимал, ә хаҡлы ялға тип һалып барған аҡсаларығыҙ сит кешенең кеҫәһен ҡалынайтып яталыр. Һәм күптәребеҙҙең тап шулай ҙа.

«Аҙна яңылыҡтарына» кеше пенсияһын билдәһеҙ финанс ойошмаларға күсереүсе  төркөмдә эшләп сыҡҡан ханым мөрәжәғәт итте. Ике көн генә эшләп ул шаҡ ҡатырлыҡ мутлашыу схемаһы шаһиты булған. Уға ла кеше исеменән шылтыратып уның  пенсияһын билдәһеҙ микрофинанс ойошмаларға күсереү менән шөғөлләнергә тура килгән. Шулай ҙа  намыҫы ҡушыуы буйынса  беҙгә  килде. Шәхесен, йөҙөн йәшереү шарты менән генә мутлашыусы төркөм эшен фаш итергә риза булды. Енәйәтсел төркөм эше нисек ҡоролған һәм беҙҙең буласаҡ пенсия ни тиклем һаҡланған?
Ойошма урынлашҡан офисты беҙ ҙә барып күрергә булдыҡ, ҡала уртаһындағы мөһабәт бина, бында төрлө ойошмалар ҡат һайын. Әйтелгән адрес буйынса  финанс ойошмаһын таптыҡ,  эшкә урынлашыусылар булып, тик улар  беҙҙең менән артыҡ сөсөләнеп торманы. Бында урамдан килеп инеп булмай, бары танышлыҡ аша.   Ә эргә-тирәләге хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, был кабинетҡа кеше өйөрө менән йөрөй, күптәр ошонда кредит юллай, тик үтескә аҡса алыу өсөн тәүҙә 300 һум иғәнә түләргә кәрәк. Был да мутлашыуҙың бер юлы булыуы ихтимал.  Пенсия тупланмалары һымаҡ.
Һөйләшеүҙе йомғаҡлап шуны ғына әйтергә мөмкин, әлеге заманда ҡала уртаһында ла төп башына ултыртыуҙары ихтимал. Шуға күрә уяулыҡ мөһим.  Юғиһә, ғүмер буйы тир түгеп йыйған пенсия   тупланмаһынан ҡолаҡ ҡағыуың да бар. Шаһит әйтеүенсә, был ойошманың филиалдары бөтә Башҡортостан буйынса. Бер урында көн һайын 40-лап кешене күсереүҙәрен иҫәпкә алғанда, республика кимәлендә тоҙаҡҡа эләгеүселәр һаны байтаҡҡа күберәк булыуы  мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика