Боҙлауыҡ һәм көслө ел шарттарында электр сымдарын хеҙмәтләндереү 19.10.2016

Бөтә Рәсәй энергетика форумының икенсе көнөндә тармаҡ белгестәре илдең ҡырыҫ тәбиғәтле төбәктәре өсөн көнүҙәк мәсьәләне тикшерҙе. Был йәһәттән Башҡортостандың тәжрибәһе өлгө итеп ҡуйыла. Республикала төрлө тәбиғәт шарттарында ла электр утын өҙөклөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү яҡшы ойошторолған.

Башҡортостан энергетиктары әйтеүенсә, республика биләмәләрендә 70-се йылдарҙан алып электр сымдарында һауа торошона бәйле авариялар теркәлгәне юҡ. Был үҙ ваҡытында энергетика өлкәһендәге асыштарға, модернизацияға бәйле. Республиканың ҡеүәтле электр үткәргестәре махсус датчиктар, йылытыла торған сымдар һәм башҡа ҡорамалдар менән йыһазландырылған.  Ә бына сит өлкәләрҙә боҙлауыҡ һәм көслө ел арҡаһында электр линияларында авариялар булғылай.  Халыҡ-ара конференцияла илдең төрлө төбәктәренән һәм яҡын сит илдән килгән белгестәр беҙҙең тәжрибәне өйрәнәсәк.
Бөтә Рәсәй энергетика форумы сиктәрендә ойошторолған конференциялар баш ҡалала йомаға тиклем дауам итә. Был көндәрҙә  ике тиҫтәнән ашыу конференция, түңәрәк өҫтәл һәм осрашыу уҙғарыу ҡаралған. Унда илдең төрлө төбәгенән ике йөҙгә яҡын тармаҡ белгесенең сығыш яһауы көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика