Благовещенда иҫке торлаҡтан яңыһыны күсереү федераль прораммаһы әүҙем тормошҡа ашырыла

Благовещенда иҫке торлаҡтан яңыһыны күсереү федераль прораммаһы әүҙем тормошҡа ашырыла 15.08.2017

2013- 2017 йылдар араһында ғына 550 ғаилә яңы фатирлы буласаҡ. Әлеге ваҡытта   108 ғаилә емерек хәлдәге өс йорттан  бөтә уңайлыҡтары булған заманса торлаҡҡа күсергә әҙерләнә.  

Ысынлап та бында барлыҡ яҡты хыялдар ҙа һәр ваҡыт тормошҡа аша. Корниловтар ғаиләһенең шатлығының сиге юҡ.  Улар хәҙерҙән үк аш, балалар бүлмәһен залды нисек йыһазландырасаҡтары хаҡында план ҡора.
Йорт эргәһендә бәләкәстәр өсөн уңайлы балалар майҙансығын да ҡорғандар. Бында хәүефһеҙ тауҙар, карусель, урамда спорт менән шөғөлләнеү йыһаҙдары ҡоролған. Ата-әсәләр балаларҙың уйынын махсус урынлаштырылған видеокамералар аша күҙәтә ала. Ә шулай ҙа яңы йортҡа халыҡты күсерер алдынан һуңғы биҙәкләү һәм ремонт эштәре теүәлләнгәнсе, Эльза Вәлиәхмәтова  үткән быуаттың егеменсе йылдарында элекке ҡала дауаханаһы бинаһында йәшәргә мәжбүр.
Был йорт октябрь революцияһына тиклем төҙөлә.Йылдар үтеү менән ул шул тиклем иҫкереп, кеше йәшәмәҫлек хәлгә килә. Йорт нигеҙе туҙа, түбәләр емерелә, иҙәндәр ишелә,
Күптән түгел авария хәлендәге йортта йәшәүсе һигеҙ ғаилә Демьян Бедный урамының 68/5 йортонда өй туйлаған.
Бер-нисә аҙнанан яңы торлаҡ хужалары  бөтә уңайлыҡтары һәм ремонт эшләнелгән фатирҙарға күсәсәк. Уларға бында бары тик йорт йыһаздарын күсерергә генә ҡала.  Ошо йылда ғына
Биш йыл эсендә Благвещен ҡалаһында 21 иҫке йорт авария хәлендә тип табылған. Йыл аҙағына 550 бәхетле  хужа күптән көтөлгән фатирҙарының асҡысын аласаҡ һәм 2013-2017 йылдарға авариялы торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү программаһы уңышлы тамаланасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку