Благовещен районында социаль эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе ғаилә Рәсәй президенты грантын отҡан

Благовещен районында социаль эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе ғаилә Рәсәй президенты грантын отҡан 30.11.2017

Эшҡыуар ғаилә ауылда йәшәүсе оло йәштәге кешеләргә, инвалидтарға ярҙам итә. Улар йорт эсендәге һәм утын ярып-бысыу, түтәл ҡаҙыу, бесән сабыу, ҡыш ҡар көрәү кеүек эштәрҙе башҡара. Мохтаждарға ярҙам бушлай күрһәтелә.

Ғаилә быйыл мартта тәүҙә  Благовещен арматура заводы үткәргән конкурста  социаль проектын яҡлап  финанс ярҙам алған. Артабан федераль конкурсҡа ғариза биреп еңеп сыҡҡан. Грант аҡсаһына кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы ла шул иҫәптән түләнә.
Сергей Борисевич, халыҡҡа коммерция булмаған  социаль ярҙам күрһәтеүсе автономлы ойошма директоры: «Быға тиклем эшләп килгән  социаль хеҙмәткәрҙәр ауыр эште башҡара алмай ине. Улар күберәк йорт эсендәгеһен - иҙән йыуыу, аҙыҡ-түлек һатып алып килеү кеүектәрен  эшләй. Проект менән Рәсәй президенты федераль конкурсында еңеп  эш өсөн ҡорамалдар һатып  алдыҡ. Ауылда беҙҙең хеҙмәт менән 800 кеше файҙалана. Благовещен ғына түгел, Ҡариҙел районында ла хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку