Благовещен районында ла өй туйы

Благовещен районында ла өй туйы 29.12.2017

Ата-әсә ҡарауынан ҡалған 30-лап бала Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршылаясаҡ. Өс ҡатлы торлаҡ йорт утыҙ миллион һумдан ашыу аҡсаға төҙөлә. Бөгөн уларға тантаналы шарттарҙа фатир асҡыстары тапшырылды.

Мәҙинә Шәйхетдинова шатлығын йәшермәй, ейәне бөгөн өй туйлай. Ун һигеҙ йәшенә был ҙур бүләк, ти өләсәһе. Яңы йылды улар яңы фатирҙа ҡаршыларға ниәтләй.
Бер туған апалы-һеңлеле Хәлиловалар бәхетле йылмайып, фатирҙарын ҡарай. Йылы бүлмәләргә бөгөндән үк күсенеп йәшәһәң дә була, ти ҡыҙҙар. Бынан ун йыл йыл элек ата-әсә ҡарауынан ҡалғас, улар бер-береһенә терәк, бар эштәрҙе бергә кәңәшләшеп эшләргә өйрәнгән.  Аделина менән Розалина, етмәһә, күршеләш кенә йәшәсәйәк.
Тантаналы шарттарҙа фатир асҡыстары утыҙҙан ашыу балаға тапшырылды. Уларҙың һәр береһе был ваҡиғаны көтөп алған. Ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар менән бер рәттән мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙға ла фатир бирелде. Эвелина Байрамалова тыумыштан хәтерен юғалтыу сире менән яфалана.
Дүрт йыл эсендә программаға ярашлы, Благовещенда 50-нән ашыу бала өр-яңы фатирлы булыу бәхетен кисергән.
Утыҙҙан ашыу бала яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршыларға тигән изге уй менән янды. Кемдер табын әҙерләү мәшәҡәттәре, икенселәр үҙ-ара танышып, дуҫлаша башланы.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку