Благовещен ҡалаһында урта махсус белем биреүҙе йәнләндермәкселәр

Благовещен ҡалаһында урта махсус белем биреүҙе йәнләндермәкселәр 17.02.2017

Урындағы хакимиәт киләсәктә Башҡортостанды эшсе һөнәрҙәр менән тәьмин итергә вәғәҙәләй. Әлегә районда ун ике инвестиция проекты әҙерләнә, 2018 йылға меңгә яҡын яңы хеҙмәт урынын булдырыу ҡаралған. Пландар юғары, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн урындағы төбәктең мөмкинлектәре лә бар. Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының күсмә коллегияһы ла тап Благовещенда ойошторолоуы юҡҡа түгел.

Көнсығыш арматура компанияһы Благовещенда ун йыл элек кенә барлыҡҡа килеүгә ҡарамаҫтан, ҙур еңеүҙәргә өлгәшә. Бөгөн предприятиела етештерелгән продукция Рәсәйҙең генә түгел, сит илдәрҙең дә нефть, газ, химия, энергетика сәнғәтендә ҡулланыла. Эшмәкәрлектә инновация технологиялары ҡулланыла, йөҙҙәрсә эш урындары буллдырылған. Әйткәндәй, был районда арматураны һатыуға сығарыу менән шөғөлләнгән айырым кластерға нигеҙ һалынған тиһәк тә була.

Благовещенда тиҫтәгә яҡын эре предприятие иҫәпләнә, сәнәғәт продукцияһы етештереү буйынса был ҡала Башҡортостанда лидерҙар рәтендә. Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы ойошторған  күсмә коллегияның да тап ошо төбәктә ойошторолоуы тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлектәрен киңәйтте. Осрашыуҙа ведомство етәкселеге йыл йомғаҡтарын барлауҙан тыш, ҡуйған бурыстары менән дә уртаҡлашты. Инвестициялар йәлеп итеү, кластерҙар булдырыу буйынса уңышлы эш алып барылған. Күп предприятиелар сәнәғәтте үҫтереү фондынан дәүләт ярҙамын алған. Республиканың иҡтисади үҫеш эшмәкәрлеге төрҙәре буйынса сәнәғәт 60 процентты биләй. 2016 йылда тулайым төбәк продукты 1 триллион 400 миллиард һум тәшкил итеүе лә ҡыуаныслы яңылыҡ.  

Башҡортостанда электр энергияһын үҫтереү мөмкинлектәре лә ҡаралды. Бигерәк тә, киҫкен мәсьәләнең Урал аръяғында хәл ителеүе мотлаҡ. Инвесторҙар урында яңы предприятиелар төҙөгәндә - яңы хеҙмәт урындары ла барлыҡҡа киләсәк. Бизнес алға китһен өсөн уңайлы мөхит булыуы мөһим. Энергияны һаҡсыл ҡулланыу ҙа төп шарттарҙың береһе. Күп ауылдарҙа электр ярҙамында өйҙәр, биналар йылытыла, газ менән йылытыуға күскәндә сығымдар ҙа күпкә аҙыраҡ булыр ине.

Күсмә коллегияла хеҙмәт урынында йәрәхәтләнеү осраҡтарын кәметеүгә ҡарата саралар күреү ҙә талап ителде. Экология йылына бурыстар ҡуйылды. Сәнәғәт предприятиеларында атмосфераны бысратмау, ҡалдыҡһыҙ эшләү,  тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш,

Рәсәйҙең тәбиғәтте күҙәтеү хеҙмәте былтыр 600-гә яҡын юридик шәхестең эшмәкәрлеген тикшерә. Эре һәм бәләкәй предприятиеларға 19 миллион һумлыҡ штраф һалына. Быйыл ойошмаларға ҡарата талаптар тағы ҡатыланасаҡ.

Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку