Благовещен ҡалаһында «Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект» проекты сиктәрендә 320 урынға иҫәпләнгән яңы мәктәп һалына

Благовещен  ҡалаһында  «Башҡортостандың  100 йыллығына - 100 объект» проекты сиктәрендә 320 урынға иҫәпләнгән яңы мәктәп  һалына 05.02.2018

Төҙөлөштө март айында тамамлау ҡаралған. Объекттағы эш барышы  менән  бөгөн Башҡортостандың  иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков танышты.

Түшәмдәрҙең бейеклеге 4 метр. Подрядсы ойошма белем усағын һуңғы стандарттар буйынса һала.  Синыф бүлмәләре иркен һәм яҡты. Яҡтылыҡ тәҙрәләрҙән генә түгел, ҡыйыҡтан да төшә. Сөнки ул быяланан.
Александр Поляков, төҙөлөш участкаһы етәксеһе: «Ҡыйыҡ быяланан яҡты булһын өсөн эшләнде.  Ул яҡшы  конструкцияла,  автомобиль тәҙрәһе һымаҡ ныҡлы быяланан  яһалған. Нимәлер төшөп ярылһа ла  ҡурҡыныс  түгел.  Шулай уҡ янғын хәүефһеҙлегенә лә ҙур иғтибар бирелде.  Проект  буйынса  бина өс өлөшкә бүленгән. Физик мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн лифт һәм пандустар  бар».
2016 йылдың майында һалына башлаған бинаны ай ярым самаһынан файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Әле  мәктәптең эсен биҙәкләү, ишектәрҙе монтажлау кеүек эштәр бара. 200 урынлыҡ тамаша залында  иҙәнде буярға ҡалған. «Башҡортостандың  100 йыллығына - 100 объект» сиктәрендә һалынған белем усағындағы төҙөлөш менән  эш сәфәре барышында Башҡортостандың  Иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков танышты.  
Сергей Новиков, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш  министры: «Мәктәп ваҡытында файҙаланыуға  тапшырылыр тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Төҙөлөш сифатлы башҡарылған. Йәш быуынға белем алыр өсөн бөтә шарттар тыуҙырыла.  Благовещен  моноҡалалар исемлегендә һәм уның үҫеше өсөн  дәүләттән ниндәй ярҙам кәрәклеге  хаҡында бөгөн эшҡыуарҙар менән осрашыуҙа һүҙ алып барабыҙ. Шулай уҡ йылдың  беренсе кварталында сафҡа инәсәк объект - Кванториумда ла буласаҡбыҙ».
Благовещен ҡалаһында  әле  алты мәктәп эшләп килә. Балалар  ике сменала  белем ала.  Яңы  мәктәп  бер сменала  уҡытыуға күсеү бурысын  маҡсат итеп ҡуя.
Мәктәптә 50 яңы эш урыны булдырыла. Физика, химия фәндәрен төплө  уҡытыу алып барыласаҡ. Сөнки төбәктә техник белемле белгестәргә ихтыяж  ҙур.  
Мәктәп ишеге уҡыусылар өсөн яңы уҡыу йылында - сентябрҙә асыласаҡ. Маҡсатлы проектҡа ярашлы, йыл дауамында  республикала егерменән ашыу объект сафҡа инер тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку