Бишбүләк районы халҡы «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһын тормошҡа ашырыуға ныҡлы тотонған

Бишбүләк районы халҡы «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһын тормошҡа ашырыуға ныҡлы тотонған 28.02.2017

Былтыр төбәктә дүрт кенә проект ҡатнашһа, быйыл ул 11-гә тиклем еткән. Программаның үҙенсәлеге шунда - урындағы халыҡ мөһим тип тапҡан объектты һайлап ала.

Ул мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары, янғын хәүефһеҙлеге, һыу тәьминәте объекттары, юлдар, спорт майҙансығы кеүек урындар булыуы мөмкин. Дөйөм йыйылышта халыҡ ниндәй ҡарарға килә, шул объект эшләнә. Әлбиттә, тәүҙә проект конкурс аша һайлау үтә. Һуңынан халыҡтан күпмелер аҡса йыйылғандан һуң, дәүләттән өҫтәмә финанс ярҙам индерелә.
Программала ҡатнашырға Бишбүләк районының 7 ауыл биләмәһе теләктәшлек күрһәткән. Шуларҙың береһе район үҙәгенең урамдар киҫелешен төҙөкләндереү. Урындағы халыҡты күптән борсоған проблема быйыл яҙ-йәй айҙарында хәл ителер тип көтөлә. Бынан тыш, ремонт барышында юл хәүефһеҙлеге лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Йәйәүлеләр өсөн тротуар эшләнәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика