Биш йондоҙлоҡ мутлашыу

Биш йондоҙлоҡ  мутлашыу 23.09.2015

Әммә был юлы һүҙ погондағыларҙан бигерәк  сауҙа  үҙәге хаҡында. Өфөлә йәшәүсе Әхмәтгәрәевтар ғаиләһе көнкүреш техникаһы  һатыусы «Биш йондоҙ» магазинынын  алдашыуҙа ғәйепләй. Ғаилә былтыр декабрҙә сауҙа үҙәгенән  370 мең һумлыҡ  көнкүреш техникаһы алған, әммә әйберҙәр бөгөнгә тиклем юҡ. Әхмәтгәрәевтар полицияға мөрәжәғәт итеп ҡараған, тик һөҙөмтә юҡ.  

Әхмәтәгәрәевтар ғаиләһе Өфөгә ике йыл элек күсеп ҡайта. 35 йыл буйы Себерҙә тир түккән ғаилә хаҡлы ялға сыҡҡас тыуған яғына ҡайтып төпләнеү хаҡында хыялланған була. Уларҙың ниәттәре тормошҡа аша. Әхмәтгәрәевтар Башҡортостанға ҡайтып ғүмер буйы йыйған аҡсаһына ер һатып ала,  өй күтәрә. Эш көнкүреш техникаһына барып терәлгәс  улар «Биш йондоҙ» магазинына мөрәжәғәт итә, әммә мутлашыусыларҙың тоҙағына эләгә. Заказ бер йыл буйы килеп етә алмай.
«Биш йондоҙ» магазины «Технолюкс» фирмаһына ҡарай. Ул  быйыл 15  ғинуарҙа уҡ банкрот тип иғлан ителгән була. Әммә сауҙа үҙәге һатып алыусыларға  ябылыуҙары хаҡында хәбәр итеп тормай.  Хатта, аҡса йыйыуын дауам итә. Әхмәтгәрәевтар ҙа аҡсаның  икенсе өлөшөн  февралдә генә түләп  ҡуя. Фирма хатта,  мисәт менән гарантия хаты ла бирә.
Хәҙер Рәмил Әхмәтгәрәев «Биш йондоҙ» фирмаһының директоры Артур Йосоповҡа көн һайын шылтыратып ҡарай, әммә яуап биреүсе юҡ.
Фирманың офисы Өфө уртаһындағы бизнес үҙәктәрҙең береһендәге ошо бүлмәлә урынлашҡан. Бында  бөтә һорауҙар менән дүшәнбенән  йомаға тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин тип яҙылған. Әммә  күреүегеҙсә ишек бикле. Аҫтағы һаҡсылар әйтеүенсә,  хужаларыҙың бында бөтөнләй килеп күренгәне лә юҡ.
«Биш йондоҙ» магазины ҡараған «Технолюкс» фирмаһын эҙләү һөҙөмтәһеҙ тамамланды.  Серле фирманы эҙәләүселәр баҡтиһәң, беҙҙән башҡа ла күп икән.
Әхмәтгәрәевтар  әйтеүенсә, фирма йәшерен рәүештә  халыҡты алдауын дауам итә. Әммә хоҡуҡ һағында тороусылар  мутлашыусыларҙы  хөкөм итергә ашыҡмай, ти улар.
Ғаилә хоҡуҡтарын яҡлауҙы һорап  прокуратураға мөрәжәғәт итергә йыйына. Мутлашыусы биш йонддоҙҙоң урыны рәшәткә артында, ти хужалар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку