Биш ай буйы бер бер тин аҡса алмай Өфөлә йәшәү мөмкинме?

Биш ай буйы бер бер тин аҡса алмай Өфөлә йәшәү мөмкинме? 29.09.2016

Башыңа төшһә йәшәргә мөмкин, ти  Закир Ғәйнетдинов. Әгәр, хеҙмәт хаҡын түләмәһәләр. «ЭлектроСтройСервис» йәмғиәтендә эшләгән ир ярты йылға яҡын бушҡа хеҙмәт итә.

Закир Ғәйнетдинов утыҙ биш йылдан ашыу электр сымдары менән эш итә. Ток үткәргестәр монтажлаусы булып эшләгән ир «ЭлектроСтройСервис» йәмғиәтенә күптән түгел генә урынлашҡан. Эш етәрлек, ҡул ҡаушырып ултырған юҡ. Тик бына хеҙмәт өсөн  хаҡын ғына түләмәйҙәр. Шул ғына ҡулды төшөрә, ти ул. Эшкә төшкәндә айына кәмендә утыҙ мең һум вәғәҙә итһәләр, ысынында иһә биш ай өсөн ҡырҡ мең тирәһе генә аҡса алған.
Ә бит ир кешегә ғаиләһен ҡарарға, юғары уҡыу йортонда белем алған малайын уҡытыр кәрәк. Һөҙөмтәлә ул микрофинанс ойошмаларынан кредит алырға мәжбүр булған. Ә ундағы проценттар артынан бер генә хеҙмәт хаҡы ла ҡыуып етерлек түгел. Бурыс тоҙағы көндән-көн нығыраҡ ҡыҫыла. Ә эш биреүсегә ябай кеше ҡайғыһы ят булып сыҡты. Эш урындарында уларҙы осрата алманыҡ.
Шулай ҙа эштең олоға китеүен һиҙемләгәс етәксе кеше редакцияға үҙе шылтыратырға булған. Ләкин беҙгә лә эш хаҡы оҙаҡламай буласаҡ тип таныш йырҙы йырлауынан башҡаны булдыра алманы.
Эш хаҡы алмаған хеҙмәткәрҙе лә бер кем дә  ҡыуманы, тинеләр. Һәр хәлдә әлеге ваҡытҡа. Шулай ҙа юристар сәбәпһеҙ эштән бушатыу өсөн яуапты ла ҡаты тоторға тура киләсәк ,тип иҫкәртә.
Валерий Шәрипов, адвокат: «Ҡануниәткә ярашлы, яуаплы кешеләргә штраф егерме, ә юридик шәхестәргә етмеш мең һум. Әгәр эш биреүсе бер нисә тапҡыр яуапҡа тарттырыла икән, биш йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҙә ҡаралған».
Әйткәндәй, хеҙмәт хаҡын тотҡарлаған етәкселәр өсөн яза тағы ла ҡатылана. 1 октябрҙән үҙ көсөнә ингән ҡануниәткә ярашлы, намыҫһыҙ эш биреүселәр штрафты байтаҡҡа күберәк түләйәсәк. Бынан тыш, түләнмәгән эш хаҡына өҫтәлгән проценттар ҙа артты. Күп түгел, әммә айҙар дауамында аҡса күрмәгән ябай хеҙмәткәрҙәр өсөн ул да ҙур аҡса буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку