Биология нефть эшкәртеү сәнәғәтендә хеҙмәттә

Биология нефть эшкәртеү сәнәғәтендә хеҙмәттә 01.08.2017

Эйхорния тип аталған тропик үҫемлек бысраҡ һыуҙы таҙартыуға булышлыҡ итә.

«Газпром нефтехим Салауат» предприятиһында яһалма быуаларға сәнәғәт  ҡалдыҡтарын тап ошо үҫемлек ярҙамында таҙартыу буйынса тәжрибә үткәрелә башлаған. Июндә биш квадрат метр майҙанда ултыртылған эйхорния тиҙ үрсеп, һыу ятҡылығын тотошлай тиерлек баҫып алған. Был үҫемлек  барлыҡ техник майҙарҙы, нефть продукттарын, фенол, сульфат, нитрат һәм хлоридты үҙенә һеңдереүгә һәләтле. Һыу ятҡылыҡтарын таҙартыуҙа атап үтелгән биологик ысул - иҡтисади яҡтан отошло ла, тигән фекерҙә белгестәр. Һауа температураһы юғары булғанда эйхорнияның йоғонтоһо ла арта. Нефть эшкәртеү компанияһында был төр үҫемлекте үрсетеп, республикалағы һауа шарттарына тулыһынса яраҡлаштырыу буйынса эштәр алып барыла.
Виталий Куртинов, цех мастеры: «Тамырҙарын күрәһегеҙме, улар бит аҡ булырға тейеш. Төрлө элементтарҙы үҙҙәренә һеңдергәс, төҫө менән генә түгел, ауырлығы, ҡалынлығы буйынса ла ҙураялар. Тамырҙары аша тиҙ үрсейҙәр. Әлегә һыу ятҡылығында төрлө анализдар үткәреп, эйхорнияның тәьҫир көсөн асыҡларға тырышабыҙ».
Шулай уҡ урында предприятиенан ағыҙылған бысраҡ һыуҙы таҙартыу ҡоролмаларының реконструкцияһы ла дауам итә. Был, тәү сиратта, һыу ресурстарын һаҡлау һәм экономиялауға йүнәлтелгән. Төҙөлөш-монтаж эштәренән һуң етештереүсәнлек 22 процентҡа артыр тип көтөлә. Һыуҙы таҙартыу сифаты балыҡ хужалыҡтары өсөн тәғәйенләнгән һыу ятҡылыҡтарына тура киләсәк. Предприятиеның Ағиҙел йылғаһына ағыҙылған  һыу күләме 68 процентҡа кәмейәсәк.
Олег Бурков, предприятиеның экологик хәүефһеҙлек бүлеге етәксеһе: «Күләмле проект тормошҡа ашырылғандан һуң, бында һыуҙы таҙартыу кимәле заман талаптарына яуап бирәсәк. Компанияның 70 процетҡа яҡын ағыҙылған бысраҡ һыуы ошонда тулыһынса таҙартыу процессын үтеп,  предприятиеның хужалыҡтарына кире әйләнешкә ҡайтарыла башлаясаҡ».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку