Бер туған Әхмәҙуллиндар Өфө дәүләт нефть-техник университетын тамамлай

Бер туған  Әхмәҙуллиндар Өфө дәүләт нефть-техник университетын тамамлай 23.09.2016

Көнбайыш Себерҙә, Ҡытайҙа нефть тармағында һөнәре буйынса эшләп тә өлгөрә. Әммә тыуған ер һәм фермерлыҡ эше  үҙенә тарта. Улар икенсе йыл инде хәҙер Ҡырмыҫҡалыла сыр етештерә.

Айрат Әхмәҙуллин тәүге сырын йорт шарттарында әҙерләгән. Мауыҡтырғыс шөғөл тора-бара килемле шөғөлгә әүерелгән. Сыр етештереү Әхмәҙуллиндарҙың ғаилә бизнесы. Былтыр апрелдә асылған цех заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Унда Италия сырҙарының 12-13 төрлө етештерелә. Айрат сыр етештереүгә Мәскәүгә барып сит ил белгестәренән махсус белем алған. Эшҡыуарҙың һәр минуты иҫәпле. Тейешле процедураларҙы ваҡытында башҡармаһаң,сыр килеп сыҡмай.  
Сыр етештереүселәр уны  алтын хаҡына бәрәбәр тиҙәр. Ул ни тиклем  оҙаҡ  һаҡлана - шул тиклем  хаҡы ла юғары. Сыр етештереүҙә ике һыуытҡыс ике  төрлө маҡсатта ҡулланыла. Тәүгеһендә сыр һаҡлана. Һыуытыу камераһында  - 4-6 градус һалҡын, ә икенсеһендә - өлгөрә. Унда сырҙарҙың төрҙәренә һәм күләменә ҡарап температура - 6-8 һәм 10-12 градусҡа тиклем көйләнелә. Цехта хирургия бүлмәһендәге кеүек таҙалыҡ һәм санитар шарттар үтәлә. Хушбуйҙар һәм косметика ҡулланыу тыйыла. Кәштәләрҙә сыр ҡарағастан йышылған махсус таҡталарға теҙелә.
Моцарелло, рикотто, качотти, скоморцио, буратто... Яҡын киләсәктә пармизан сырын етештереүгә лә тотонасаҡтар. Бер килограмм сыр алыу өсөн ун литр сифатлы һөт талап ителә. Шуға ла махсус хужалыҡта көн һайын булып, малдың рационына  ла тәҡдимдәр индерелә. Был цехта етештерелгән сырҙар махсус заказ буйынса әҙерләнгән һәм Өфөлә урынлашҡан сауҙа нөктәләренә оҙатыла. Гурмандарҙан  яңы йылға махсус заказдар ҡабул ителгән дә инде. Ҡырмыҫҡалыла етештерелгән сырҙар сифаты буйынса сит илдекеләрҙән ҡалышмай. Киләсәктә эшҡыуар Әхмәҙулллиндар цехтарҙы өсәүгә арттырып,тәүлегенә 7 тоннанан ашыу сыр етештерергә ниәтләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку