АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Бер ниндәй активтар менән нығытылмаған булһа ла, биткоин курсы сүпрәлә шикелле үҫә

АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Бер ниндәй активтар менән нығытылмаған булһа ла, биткоин курсы сүпрәлә шикелле үҫә 24.12.2017

Хатта, берәүһенә егерме мең доллар бирәләр. Һумға әйләндерһәң,  бер миллион ике йөҙ мең һум тирәһе. Әммә  биткоинды табыу ҙа еңелдән  түгел. Уны «йыуыу» өсөн ҡеүәтле компьютерҙар кәрәк. Йәғни, ярайһы уҡ ҙур сығымдар талап ителә. Һөҙөмтәлә был хәлде көтөп кенә торғандай финанс пирамида ойоштороусылар эләктереп алды.

Тәүге сығымдарҙы ҡаплауға халыҡ аҡсаларын  йәлеп итте. Һуңынан миллионер эшләргә вәғәҙәләп. Ләкин бер генә пирамиданың да халыҡтың күпләп байыуы менән тамамланғанын күргән юҡ әле.  Айырым бер кешеләр генә кеҫә ҡалынайта. Һәм был юлы ла биткоин тирәләй төҙөлгән ҡоролмалар таушалып ҡуйҙы. Криптовалюта 13 мең долларға тиклем тәгәрәне.  Былай барһа, булған электрон килемде лә ҡулаҡсаға әйләндерә алмай. Ҡасандыр һеҙ миллионер инегеҙ,  тип яҙылған  ҡағыҙ менән генә ултырып ҡалмаҫбыҙмы?
Журналист Вадим Хәбиров ҡәләмен  кәштәгә ҡуйған. Хәҙер ул  криптоинвестициялар менән шөғөлләнә. Вадим виртуаль аҡсаны һатып алыу өсөн мөмкинлек бирә. Биткоинды ул киләсәк валютаһы тип иҫәпләй.
Биткоин күп һанлы криптовалютаның бер төрө. 2009 йылдың 3 ғинуарынан ҡулланышта. Авторы Сатоси Накомото. Ҡулланыусылар араһында популярлығының сәбәбе  был криптоиҫәпләшеү берәмегенең һаны сикле булыуға бәйле, ти Вадим Хәбиров.
Биткоин курсын иҫәпкә алып  бәғзе йүнселдәр  күнеккән эшенән баш тартып, майнинг менән шөғөлләнергә  тотондо. Ҡағыҙ аҡсаларға компьютер видеокарталарын һатып алып криптокиңлектә биткоин эҙләү табышлыраҡ тигән фекерҙә  улар. Башҡорт дәүләт университеты доценты Илдар Ғәбитов иһә буштың атаһы үлгән тигән ҡарашта.  Виртуаль аҡсаларҙы ул  ҡыуыҡҡа, ә майнерҙарҙы  мутлашыусыларға тиңләй. Ҡыуыҡ бит ҡасан да булһа шартларға тейеш.
Биткоиндың курсы был аҙнала йәнә рекорд ҡуйҙы. Уның хаҡы   артыуын ҡайһы бер белгестәр ысынлап та, донъяла тиңе булмаған ҡыуыҡҡа тиңләп  ҡуйҙы.  Криптоаҡса курсы  тотороҡһоҙ булыуы уларҙы көйләү үҙәге булмағанлыҡҡа бәйле, спекулянттар йоғонтоһона тиҙ бирешә тигән фекерҙә белгестәр.  Яуаплылыҡты өҫтөнә алырҙай дәүләт тә юҡ бит уртала. Виртуаль киңлектә иҫәпләшеүҙе   күҙәтеп булмай. Һөҙөмтәлә контроль дә юғала. Әле дәүләт был етешһеҙлекте бөтөрөргә тырыша. Закон әҙерләнә.
Биткоиндарҙың айырым илдәр өсөн файҙаһы ла бар. Ҡазан ай-ти паркы резиденты яҡташыбыҙ Азамат Сиражитдинов фекеренсә, криптоаҡсалар тәү сиратта  долларға бәйлелектән ҡотолорға форсат бирәсәк. Биткоин Ҡушма штаттарҙың финанас баҙарҙағы хакимлығына нөктә ҡуя.  
Криптоаҡса әйләнешен тыйыу йәки сикләүҙәр менән генән мәсьәләне хәл итеп булмай. Күрше Беларус республикаһында был аҙнала майнинг менән шөғөлләнеүсе компанияларға һалым ташламаларын таныусы  декретҡа ҡул ҡуйылды. Япония рәсми рәүештә биткоинды сит ил валютаһы тип таныны. Донъяның байтаҡ илдәрендә шул иҫәптән Рәсәйҙә лә үҙ криптовалютаһын    сығарыу өҫтөндә лә эш бара. Ҡыҫҡаһын, әйткәндә, беҙ күнеккән тауар-аҡса мөнәсәбәтен ҙур үҙгәреш көтә.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку