Берҙәмлектә - көс

Берҙәмлектә - көс 30.05.2014

Өфөлә барған «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы сиктәрендә бөгөн нефть-газ предприятиелары хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Өфөлә барған «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы сиктәрендә бөгөн нефть-газ предприятиелары хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Баҙар шарттары бер тармаҡта эшләгән был предприятиеларҙан үҙ-ара ярышып, конкурентлыҡ шарттарында эшләүҙе талап итә. Әммә донъя иҡтисадында үҙгәрештәр барған мәлдә хеҙмәттәшлек итеү күпкә отошлораҡ, сөнки бергәләп күп проблемаларҙы хәл итергә мөмкин. Ә нефть химияһы һәм газ сәнәғәте ил иҡтисадының нигеҙе. Хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеү өс тиҫтәнән ашыу предприятие араһында ҡабул ителде .
Дмитрий Шаронов, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Үткән йыл хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеү 12 преприятие араһында ғына ҡабул ителһә быйыл был һан 30-ға етте. Киләһе йылда нефть-газ инжинирингы кластерына тағы 20 предприятие ҡушылыр тип уйлайбыҙ. Кластер предприятиелары проектлауҙан алып әҙер продукцияға тиклем тулы линияны үҙ эсенә ала. Уларҙың берлектәге эшмәкәрлеге етештереү сифатын һәм конкуретлыҡ һәләтен арттыра. Үҙебеҙҙең сәнәғәт ҡеүәтле булғанда сит ил предприятиеларын беҙҙең баҙарға үтеп инмәйәсәк».
Шулай уҡ бөгөн Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы һәм «ПрайсУотерХаусКуперс» компанияһы ла килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был консалтинг һәм аудит буйынса эшләгән халыҡ-ара компаниялар селтәре. Ул 160 йылдан ашыу эшләп килә һәм донъялағы иң ҙур дүрт аудитор компанияһы исемлегенә инә. Хеҙмәттәшлек килешеүе Башҡортостан өсөн бик файҙалы, аудит өлкәһендә яңы үҫеш, хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре асыла.
Айнур Кәбиров


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку