Бер миллиард һумды һыуға һаласаҡтар 26.02.2017

Ағиҙелгә. Тура мәғәнәлә түгел, әлбиттә. Башҡортостан Ағиҙел ярын төҙөкләндереүгә федераль ҡаҙнанан бер миллиард һум аҡса алды. Был күләмгә Салауат Юлаев һәйкәле янынан алып «Дуҫлыҡ монументы»на тиклемге яр буйы танымаҫлыҡ булып үҙгәртеү күҙаллана. Хәйер, эш үҙ аҡсабыҙға  күптән башланғайны инде. Әммә ил бюджетынан төшкән финанс ярҙам  күпкә йәнләндерәсәк. Әгәр маҡсатҡа ярашлы, файҙаланылһа... Ысынлап та, һыуға һалып ҡуймаһалар.

Йылғаның үҙенә үк төшөп торған баҫҡыслы аллеялар, күҙҙең яуын алырлыҡ фонарҙар һәм зауыҡлы эскәмйәләр, йәшеллеккә күмелгән йәмле ял итеү урындары. Ә Ағиҙелдә инде елкәнле кәмәләр, аҡ теплоходтар йөҙә. Юғарыла тарих төпкөлөнән атылып сыҡҡан Салауат һәм киләсәккә ынтылған заманса биналар. 2015 йылда Шос һәм Брикс самиттарына килгән ҡунаҡтарҙы тау битендә балҡыған ҡала ошолай күренеш менән ҡаршы алырға тейеш ине. Ләкин теләктәр менән мөмкинлектәр тап килмәй сыҡты. Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты ла бик ҡыҫҡа ине. Ләкин республика етәкселеге ниәтенән баш тартманы. Яйлап булһа ла  Ағиҙел ярын төҙөкләндереү эштәре алып барылды. Элек сүплек, эскеселәр ояһы булған шырлыҡ урынына  ресторандар, мәҙәни учреждениелар өсөн  нигеҙ барлыҡҡа килде.
Йылға ярын нығытыу ҡатмарлы төҙөлөш эштәренең береһе. Файҙаланыуға тапшырылмаҫ борон Ағиҙел ярындағы нығытмалар емерелә лә башлағайны.
Был ҡытыршылыҡтар артабанғы эштә етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алыуға булышлыҡ итте. Сөнки төҙөкләндереү эштәренең төп һәм ҡатмарлы өлөшө әле саҡ  башланып тора. Ағиҙел ярындағы үҙгәрештәр «Дуҫлыҡ монументы» эргәһенә тиклем һуҙыласаҡ.
Әлегә объекттың тышҡы күренеше күҙҙәрҙе төҙөклөгө менән шатландырмаһа ла, тиҙҙән экранда һүрәтләнгәнсә, ыҡсым һәм заманса буласаҡ,тип ышандыра белгестәр. Ағиҙел ярының икенсе сиратын төҙөүгә шулай уҡ республика  бюджетынан да  миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ.
Арсений Мортазин, проект етәксеһе: «Проектҡа бүленгән аҡсалар эште лә әүҙемләштерә. Был объектта бер генә минутҡа эш туҡталып тормай. Финанстар төҙөлөштөң төп этәргес көсө. Шул аҡсаларҙан  төҙөлөш материалдары һатып алабыҙ, эшселәргә хеҙмәт хаҡы һәм һалымдар түләйбеҙ. Беҙҙең төҙөлөштөң төп бурысы ярҙы йыуылыуҙан һаҡлау һәм ҡаланың тышҡы йөҙөн күркәмләндереү».
Ағиҙел яры үткән быуатта бетон плита киҫәктәре менән нығытылған.Әммә йылдар үтеү менән емергес көскә эйә ташҡындар һәм боҙло даръялар уларҙы йыуып ҡайһы бер урындарҙа бетон плиталар ярыла ла башлаған. Халыҡ йылға ярында алып барылған төҙөкләндереүгә ыңғай ҡарашта.
Яңы проектты тормошҡа ашырыу Ағиҙел йылғаһы ярын ишелеүҙән һаҡлаясаҡ. Иң юғары нөктә һыу кимәленән 11 метр.  Ағиҙел ярын нығытыу ҡоролмаһы илле йылға түҙәсәк, тип ышандыра төҙөүселәр. Был мөһим төҙөлөштө тормошҡа ашырыу йылға пароходсылығының эшмәкәрлегенә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Төҙөкләндерелгән йылға  ярында  заман талаптарына яуап биргән  порттар ҙа урынлаштырыласаҡ. Балыҡсылар, һыу инеүселәр мәнфәғәттәре лә ситтә ҡалмаясаҡ. Яр буйҙарында өлгөлө тәртип һәм уңайлы  ял урындары булдырыласаҡ.
ӨФөнөң архитектура йөҙөн билдәләүҙә ҡала бюджетынан да аҡсалар бүленгән. Федераль, республика һәм ҡала бюджетынан килгән аҡсалар ярҙамында төҙөкләндереү эштәре йылдам алып барыла.
Ағиҙел ярын нығытыу проекты дүрт кимәлдән торасаҡ. Төҙөүселәр өсөн иң төп маҡсат - биш саҡрымға һуҙылған яр буйҙарын ышаныслы нығытыу. Проект эштәре 2022 йылға тулыһынса тамамланыр тип күҙаллана.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика