Берҙәм халыҡ фронты ағзалары кредиттарға ҡаршы сығыш яһай 21.05.2016

Акцияның маҡсаты - ябай халыҡты тиҙ һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә заем тәҡдим итеүселәр тоҙағынан аралау.

Өфөнөң халыҡ күп йөрөгән үҙәк урамдарындағы бағаналар тиҙ арала һәм  документтарһыҙ  заем тәҡдим итеүсе иғландар менән тулған. Лицензияһыҙ заем тәҡдим итеүселәр араһында фирмалар ҙа, физик шәхестәр ҙә етерлек. Легаль булмаған аҡса тәҡдим итеүселәр менән хеҙмәттәшлек итеүҙең аҙағы үкенесле тамамлана. Халыҡ тиҙ тәҡдим ителгән заемдарға алданып, кредит һаҙлығына бата. Аҡсаһын ваҡытында ҡайтара алмағандар өсөн юғары күләмдә проценттар, көтөлмәгән бурыстар үҫеп сыға. Халыҡты финанс ҡоллоғонан ҡотҡарыу маҡсатында Берҙәм халыҡ фронтының әүҙем ағзалары бағаналарҙы ымһындырғыс иғландарҙан таҙарта.
Өфөнө шикле  реклама иғландарынан таҙартыу легаль булмаған кредиторҙарға ҡаршы көрәштең асыҡ формаһы. Һуңғы ваҡытта ҡырмыҫҡа иләүендәй таралған ҡара кредиторҙарҙың эшмәкәрлеге бер ниндәй тәртәгә лә һыймай.
Виктор Климов, Берҙәм халыҡ фронтының «заемсылар хоҡуҡтарын яҡлау» проекты етәксеһе: «Еңел генә тойолған юл менән кредит тәҡдим итеүселәр тоҙағына ябай халыҡ эләгә. Башлыса улар ҙур хәүеф барлығын аңламай эш итә. Юғары проценттар, ҡәтғи һәм ҡанундарҙы һанға һуҡмаусы коллектор хеҙмәте , уғрылыҡ схемалары. Кешенең көтмәгәндә машинаһыҙ һәм фатирһыҙ тороп ҡалыуы ихтималлығы көслө. Был акцияны беҙ халыҡтың һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының иғтибарын йәлеп итеү өсөн үткәрәбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика