Берҙәм көс ауыл халҡын тракторлы иткән

Берҙәм көс ауыл халҡын тракторлы иткән 25.09.2017

Иглин районының Ләмәҙ ауыл биләмәһе «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһында ҡатнашып техника алыуға өлгәшә. Быға бәйле, төбәктең күптәнге проблемаһы  хәл ителә. Хәҙер урындағы халыҡ Оло Ҡарамалы ауылы мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү маҡсаты менән яна.

Ләмәҙ ауыл биләмәһе халҡының хыялы тормошҡа ашты тиһәң дә хата булмаҫ. Юлһыҙлыҡ проблемаһы артта ҡаласаҡ, хәҙер трактор барыһын да хәл итәсәгенә ышана улар. Өҫтәүенә, эшләргә водитель дә бар.
Трактор - Ләмәҙ халҡының «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһында ҡатнашыу һөҙөмтәһе.
Программаға инеүҙе урындағы халыҡ хуплап ҡаршы ала. Шуға ла аҡса йыйыу мәсьәләһе тиҙ арала башҡарыла. Һәр кем мөмкинлегенән сығып тапшырған. Сөнки урында йәшәүселәр юлһыҙлыҡ мәсьәләһен яҡшы белә. Бигерәк тә быйылғы ҡышты улар ҙур ыҙалыҡ менән үткәргән.
Был программа хаҡында хәҙер белмәгән кеше юҡтыр. Дәүләттән генә ярҙам көтөп ултырмай, уртаҡ эште халыҡ үҙ көсө менән башҡарыу мөмкинлеге ул. Ауылдарҙа хәл итәһе мәсьәләләр аҙ түгел. Ҡайҙалыр һыу торбаларын ремонтлау, икенсе урында клубты төҙөкләреү талап ителә, өсөнсө ерҙә балаларға уйын майҙансыҡтары кәрәк. Әйткәндәй, тәүге һынауҙы уңышлы үткән Ләмәҙҙәр киләһе йыл тағы ла программала ҡатнашып Оло Ҡарамалы ауыл мәҙәниәт йортон төҙөкләндермәксе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку