Берҙәм иҡтисади киңлектә тигеҙ конкурентлыҡ шарттары булырға тейеш

Берҙәм иҡтисади киңлектә тигеҙ конкурентлыҡ шарттары булырға тейеш 19.06.2014

Был тәңгәлдә Евразия Иҡтисади комиссияһы составына ингән өс ил - Рәсәй, Белорусия һәм Ҡаҙағстан хаҡында һүҙ бара. Талапты ҡануни яҡтан нығытыу юлдары бөгөн Өфөлә үткән түңәрәк өҫтәлдә ҡаралды. Һөйләшеүҙә Евразия Иҡтисади комиссияһының конкурентлыҡ һәм монополияны көйләү буйынса министры Нурлан Алдабергенов та ҡатнашты. Сара ҡунаҡтарын республика етәксеһе лә тәбрикләне.

Был тәңгәлдә Евразия Иҡтисади комиссияһы составына ингән өс ил - Рәсәй, Белорусия һәм Ҡаҙағстан хаҡында һүҙ бара. Талапты ҡануни яҡтан нығытыу юлдары бөгөн Өфөлә үткән түңәрәк өҫтәлдә ҡаралды. Һөйләшеүҙә Евразия Иҡтисади комиссияһының конкурентлыҡ һәм монополияны көйләү буйынса министры Нурлан Алдабергенов та ҡатнашты. Сара ҡунаҡтарын республика етәксеһе лә тәбрикләне.

Евразия иҡтисади комиссияһы сағыштырмаса йәш ойошма, ул ике йыл элек барлыҡҡа килгән. Комиссияның төп маҡсаты- Таможня союзы һәм Берҙәм иҡтисади киңлектәге эшмәкәрлекте көйләү. Уның составына өс ил инә - Рәсәй, Белорусия һәм Ҡаҙағстан. Ошо дәүләттәр таможня кәртәләрен емереп үҙ-ара тауар әйләнешенә, хеҙмәттәр, капитал менән алмашыуға йәшел ут бирергә тейеш. Эшсе көстәр өсөн дә сиктәр булмауы мөһим. Был тәңгәлдәге килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған, әммә уларҙы ҡануни яҡтан нығытыу, тигеҙ конкурентлыҡ шарттары тыуҙырыу мотлаҡ. Өфөләге осрашыу ошо темаға арналды ла инде.

Нурлан Алдабергенов, Евразия иҡтисади комиссияның конкурентлыҡ һәм монополияны көйләү буйынса министры: «Конкурентлыҡ тигәндә өс илдең етештереүселәре, хеҙмәт күрһәтеүселәре араһындағы ғәҙел ярышты, тигеҙ шарттарҙы күҙ уңында тотабыҙ. Йәғни, бер монополист икенсеһен юҡҡа сығарырға тейеш түгел. Шулай уҡ авиация, тимер юлы тарифтарын көйләү ҙә талап ителә. Телефон руомингы ла хәл ителмәгән проблемаларҙың береһе. Шарттар тыуҙырғандан һуң хеҙмәттәшлекте нығытыу тағы ла еңелерәк буласаҡ».

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, өс илдең берҙәм иҡтисади киңлеккә берләшеүе бик отошло. Һөҙөмтәлә беҙ тағы ла көсәйәбеҙ, байыйбыҙ. Сөнки урында етештерелгән продукция көнбайыштағынан күпкә сифатлы һәм халыҡты уның менән ҡулланырға өйрәтеү генә кәрәк. Яңы хеҙмәттәшлек юлдары эҙләү талап ителә. Башҡортостандың Беларусия һәм Ҡаҙағстан менән тауар әйләнеше былтыр ярты миллиард долларға барып еткән. Ғөмүмән, Беларусь республикаһы Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре араһында иң төп партнер булып тора. Ә бына Ҡаҙағстан менән бәйләнештәрҙе арттырыу кәрәк.

Һөйләшеү урыны итеп тап Башҡортостан һайланыуы ла осраҡлы түгел. Республика илдең иң ҡеүәтле ун төбәге исемлегенә инә. Инвестициялар йәлеп итеү буйынса ла әүҙем эш алып барыла.Таможня союзын төҙөү, Евразия иҡтисади комиссияһына берләшеү өс ил араһындағы тауар әйләнешен йыл һайын өс тапҡырға арттырыу мөмкинлеген асҡан. Хәҙер инде был төбәктәрҙең ҡануни документтарын яраҡлаштырыу һәм конкурентлыҡ хаҡында закондар кәрәк. Ҡанундың тәүге өлгөһө былтыр ҡабул ителгән дә инде.

Осрашыуҙа өс ил араһындағы юридик кәртәләрҙе емереү хаҡында һүҙ барҙы. Был үҙ сиратында тауар әйләнешен арттырырға, таможня тарифтарын кәметергә, хатта, роуминг менән бәйле проблемаларҙы хәл итергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта етештереүсе предприятиелар араһында конкурентлыҡ өсөн тигеҙ шарттар будырыу ҙа мотлаҡ тип билдәләнде.

Рәмзиә Кәримова


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку