«Берҙәм агент» системаһын индереү ҙә автогражданлыҡ яуаплылығын страховкалау мәсьәләһен хәл итмәне

«Берҙәм агент» системаһын индереү ҙә автогражданлыҡ яуаплылығын страховкалау мәсьәләһен хәл итмәне 15.09.2016

Полистар ауырлыҡ  менән һатыла кешеләр сират торорға мәжбүр. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙа мәсьәләне ентекләп тикшереү һәм хәл итеү юлдарын барлау маҡсатында эшсе төркөм ойошторолдо.

Уның тәүге ултырышына страховкалаусы ойошмалар вәкилдәре лә саҡырылды. Улар полистарҙың юҡлығы был өлкәлә табыш күләменең аҙ, юғалтыуҙар күп булыуы менән аңлата. Шуға ла баҙарҙан байтаҡ эре компанияларға китергә тура килгән. Шуларҙың береһе Уралсиб страховкалау ширҡәте. "Берҙәм агент" системаһын индереү ҙә әлегә  тейешле һөҙөмтәләр бирмәгән. Шулай ҙа белгестәр өмөттө юғалтмаҫҡа саҡыра. Был проект уңышлы эшләп киткән төбәктәр тәжрибәһенән күренеүенсә сираттарҙы кәметеү өсөн ай ярым самаһы  ваҡыт талап ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку